Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
17 Сентябрь 2019, 16:00

Матбуғат-2020

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

2020 йылдың I ярты йыллығына “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылыу кампанияһы башланды. “Мәсетле тормошо” гәзитен түбәндәге ысулдар менән алдырырға мөмкин.
1. Почтала яҙылыу.

Уҡыусыларыбыҙҙың күпселеге районка алыу өсөн почтаға мөрәжәғәт итә. Был бик уңайлы: почтальон гәзитте өйгә килтерә, унда һеҙ үҙегеҙ өсөн уңайлы ваҡытта тыуған районығыҙ тормошо хаҡында уҡыйһығыҙ. “Мәсетле тормошо”н өйөгөҙгә килтерһендәр өсөн элемтә бүлексәһенә йәки үҙ почтальондарығыҙға мөрәжәғәт итегеҙ. Ярты йылға яҙылыу хаҡы 983 һум 82 тин тәшкил итәсәк.
2. Редакцияла яҙылыу.

Баҫманы өйҙәренә алыу уңайлы булмаған яҙылыусыларыбыҙ бар. Ҡайһыларға почтала яҙылыу үтә ҡиммәтле булып тойола. Ундай уҡыусыларҙы беҙ гәзитебеҙҙең редакцияһында яҙҙырабыҙ. Районканың яңы һандарын Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса дүшәмбенән йомаға тиклем үҙегеҙ өсөн уңайлы ваҡытта килеп ала алаһығыҙ (белешмә өсөн телефон: 2-00-05, 2-00-32). Улай яҙылыу хаҡы: айына – 92 һум, йәки алты айға – 552 һум.
3. Ойошмаларға килтереү.

Әгәр гәзитте үҙегеҙ эшләгән ойошмала йәки предприятиела алыу уңайлы икән, коллектив рәүештә яҙылыр-ға мөмкин, һәм беҙ гәзиттәрҙе һеҙ эшләгән ергә алып барасаҡбыҙ. Былай яҙылыу хаҡы: айына – 104 йәки ярты йылға – 624 һум.
4. Электрон яҙылыу.

Компьютер менән һин дә мин тотонғандар өсөн гәзит алыуҙың иң уңайлы төрө. Гәзиттең PDF-версияһы һеҙҙең электрон почтаға киләсәк. Бындай формала яҙылыу өсөн 2-00-05, 2-00-32 телефондарына шылтыратығыҙ йәиһә www.rbsmi.ru. корпоратив порталы аша заявка ебәрегеҙ.

Электрон яҙылыу хаҡы: айына – 94 һум һәм алты айға – 564 һум.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ, бөтә район ваҡиғалары тураһында хәбәрҙар булығыҙ!