Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
8 Апрель 2019, 16:05

Яҙылығыҙ һәм бүләк отоғоҙ!

Аҙна һайын уйнатыласаҡ приздар.



Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! 1 апрелдән 2019 йылдың 2-се яртыһына “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылыу кампанияһы башланды. Ул 30 июнгә тиклем дауам итәсәк.

Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, район гәзитенә тоғро ҡалыуығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ һәм яҙылыусылар араһында сираттағы приздар уйнатыуҙы башлайбыҙ.

“Мәсетле тормошо” район гәзитенә 2019 йылдың 2-се яртыһына 6 айға яҙылығыҙ һәм призға эйә булығыҙ! Бәйләнеш мәғлүмәттәрен күрһәтеп, һеҙҙән квитанциялар көтәбеҙ. Уларҙы һеҙ үҙегеҙ килтерә, почта йәки таныштарығыҙ аша ебәрә алаһығыҙ.

Редакцияның адресы: 452550, Мәсетле районы, Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23.


Район гәзитенә яҙылыу өсөн 5 сәбәп:

P Гәзит тыуған яғыбыҙ: һеҙҙең ауыл, һеҙҙең хаҡта, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ, күршеләрегеҙ, коллективығыҙ тураһында яҙа. Ә был һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы!

P Район гәзите – кире бәйләнеш каналы. Гәзиттә “Һорау-яуап” рубрикаһы алып барыла, унда халыҡ урындағы власть вәкилдәренән үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуаптар ала.

P Мәсетле районында ул райондың беренсе кешеләре, предприятиелар , учреждениелар етәкселәре менән ҡыҙыҡлы интервьюлар, урындағы властың һәр ҡайһыбыҙ тормошона ҡағылышлы мөһим ҡарарҙары, күрһәтмәләре һәм бойороҡтары баҫылған берҙән-бер рәсми гәзит.

P “Мәсетле тормошо” гәзите – һеҙҙең реклама агенты, бизнесығыҙҙа ярҙамсы.

P Гәзиттә – телевидениеның бөтә төп каналдары программаһы.

“Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылып, һеҙ һәр ваҡыт Мәсетле районындағы һуңғы яңылыҡтар тураһында хәбәрҙар буласаҡһығыҙ.