Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: иртәгә, 19 декабрҙә, иртәнге сәғәт 11-ҙә район хакимиәте алдындағы автомобиль туҡталҡаһында “Бәхетле авто” ойошторола. "Телефон номеры" конкурсы өсөн һан - биш. Бүләк уҙғарыу урынына килгәндәр ара-һында ғына уйнатыла.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, РФ Һалым кодексына ярашлы (210-сы статьяның 1-се пункты, 224-се статьяның 2-се пункты, 217-се статьяның 28-се пункты), ҙур бүләк отоусы 2019 йыл дауамында отош хаҡының 35 проценты күләмендә һалым түләргә тейеш була (велосипедтың хаҡы – 9900 һум, һалым 2065 һум тәшкил итәсәк).