Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
4 Декабрь 2018, 13:06

Районка менән бәхетегеҙҙе һынап ҡарағыҙ! (4.12.18)

Хөрмәтле гәзиткә яҙылыусылар! “Аҙна һайын приз” уйнатыу дауам итә. Һәр аҙна беҙ бүләк отоусыларҙы билдәләйбеҙ. Унда ҡатнашыу өсөн 2019 йылдың алты айынан да кәм булмаған ваҡытҡа районкаға яҙылыу квитанцияһын редакцияға килтерергә кәрәк.

19 декабрҙә 11.00 сәғәттә район хакимиәте алдындағы туҡталҡала “Бәхетле авто” приздар уйнатыу акцияһы уҙғарыласағы хаҡында хәбәр итергә ашығабыҙ. Приздар фәҡәт конкурс уҙғарыу урынына килгәндәр араһында ғына уйнатыласаҡ. Бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн талонды реклама бүлегендә алыр-ға мөмкин. Автоһәүәҫкәрҙәр автокомпрессорҙар һәм автомобиль аптечкалары ота аласаҡ.

Бик тиҙҙән 15 декабргә тиклем яҙылған уҡыусыларыбыҙ төп приз – велосипед өсөн көрәшәсәк! Яҙылырға һәм төп приз уйнатыуҙа ҡатнашырға ашығығыҙ!


Яҙылыу хаҡтары кәметелде

3 декабрҙән 13-нә тиклем “Рәсәй Почтаһы” 2019 йылдың тәүге яртыһына Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы уҙғара. Был ваҡытта “Мәсетле тормошо” район гәзитенә яҙылыу хаҡтары 10 процентҡа түбәнәйәсәк.