Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
15 Ноябрь 2018, 17:05

Районка менән бәхетегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!

Был аҙнала бүләк отоусылар: Яңы Мөслим ауылынан Ринат Мөбәрәкшин (термос) һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Нелли Бауэр (турама һауыты).

Хөрмәтле гәзиткә яҙылыусылар! “Аҙна һайын – бүләк” дауам итә. Аҙна һайын беҙ отоусыларҙы билдәләйбеҙ. Ҡатнашыу өсөн район гәзитенә 2019 йылдың 6 айынан да кәм булмаған осорға гәзиткә яҙылыу квитанцияһын редакцияға килтерергә кәрәк.

Шулай уҡ декабрҙең һуңғы аҙнаһында “Бәхетле авто” акцияһы приздары уйнатыласаҡ. Приздар фәҡәт конкурс үткәреү урынына килгәндәр араһында ғына уйнатыласаҡ. Бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн талонды реклама бүлегендә алырға мөмкин. Автоһәүәҫкәрҙәр автокомпрессорҙар һәм автомобиль аптечкалары ота аласаҡ.

Шатлыҡлы хәбәрҙе еткерергә ашығабыҙ. Яҡын арала “Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһына төп приз – велосипед килтереләсәк. Техник характеристикалары: Рәсәйҙә сығарылған, алюмин корпуслы, 18 тиҙлек режимы!

Төп приз уйнатыуҙа 15 декабргә тиклем гәзиткә яҙылыусыларҙың квитанциялары ҡатнашасаҡ! Яҙылырға һәм беҙҙең бүләк уйнатыуҙа ҡатнашырға ашығығыҙ!!!