Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
29 Октябрь 2018, 19:31

Районканы мин ни өсөн алдырам? Анатолий СЕРЕБРЕННИКОВ, Оло Ыҡтамаҡ ауылы:

– Район гәзитен мин Оло Ыҡтамаҡ ауылына килгәндән бирле уҡыйым һәм өҙлөкһөҙ алдырам. Ә ул хәл 2007 йылда булды. Райондағы һуңғы хәбәрҙәрҙе бары тик унан ғына белеп була. Сөнки район яңылыҡтарын һеҙ бер генә республика гәзитенән дә таба алмайһығыҙ, үҙәк баҫмаларҙы инде әйтеп тә тораһы түгел. Яңылыҡтарҙан алып район тарихына тиклем гәзиттә барыһы ла оҡшай. Белдереүҙәр ҙә кәрәк, үҙем улар менән йыш ҡына файҙаланам.