Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәсетле районы юбилейы
29 Декабрь 2020, 15:00

Ауылы өсөн янып йәшәй

Әүҙем тормош позицияһында торған хеҙмәт ветераны Сәлимйән Хәкимов ауылдаштарының йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса төрлө саралар ойоштороу эшен алып бара. Шуға ла Яңы Мөслим халҡы уны Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советына депутат итеп һайлай ҙа инде.

Сәлимйән Хәкимовтың бар ғүмере тыуған ерендә уҙа, шунлыҡтан ауыл тормошо мәсьәләләре уның өсөн ят түгел.
Ауылы өсөн янып йәшәгән ир-уҙаманы күп изге эштәр башҡара. Шуларҙың береһе – парктың иҫке ағас ҡоймаларын яңыртыу.
– Ҡыйшайған ағас ҡоймалар ауылдың йәмен ебәреп тора ине. Төрлөсә уйлағандан һуң, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғабдулхай Мөбәрәкшинға мөрәжәғәт иттем. Ул минең уйҙарымды хупланы һәм үҙенең исеменән район Советы депутаттарына хат яҙҙы, киләһе ултырышта был һорау ҡаралды һәм мәсьәлә ыңғай хәл ителде. Бүленгән аҡсаға төҙөлөш материалдары һатып алдыҡ. Алик Усманов һәм Азамат Нуретдинов ярҙамы менән ҡойманы ҡуйҙыҡ. Мәктәп, клуб хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары уны буятты. Шәхси эшҡыуар Мөхәмәтнур Хәйруллин буяу менән бумала бирҙе, – тип һөйләй Сәлимйән Даян улы.