– Альберт Марат улы, Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе районда халыҡ һаны буйынса иң ҙуры булып тора. Тимәк, бында сиселәһе мәсьәләләр һәм эшләнәһе эштәр ҙә күберәк.
– Эйе, ауыл биләмәһе сос-тавына дүрт ауыл инә. Биләмәлә бөтәһе 9356 кеше теркәлгән. Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади үҫеш планы территорияның дөйөм үҫеш мәсьәләләрен ҡарай: төҙөкләндереүҙән башлап, төҙөү, яңыртып төҙөү, ремонтлау, юлдар-ҙы тәртипкә килтереү, урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләләре, һыу торбаһы селтәрҙәре үткәреү һәм башҡа бик күп нәмәләр. Әлбиттә был эштәр барыһы ла бер көндә атҡарылмай, даими иғтибар, иң мөһиме – планға ярашлы финанслау талап итә.
– Быйыл ауыл биләмәһендә башҡарылған эштәр хаҡында һөйләгеҙ әле.
– Райондың юбилейлы йылында Оло Ыҡтамаҡ ауылында 140 урынға иҫәпләнгән “Миләш” балалар баҡсаһы, күп фатирлы йорт төҙөлдө һәм, шулай уҡ, Әжекәй ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыу – иң әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе...
Мәҡәләнең тулы варианты гәзиттең 103-сө һанында (25.12.2020)