– Яҡшы староста – ауылдың өмөтө, ышанысы, – ти Абдулла ауыл советы хакимиәте башлығы Рәфис Носратуллин. – Ауыл халҡына ла, урындағы хакимиәткә лә бик кәрәк һәм ҡәҙерле ундай кеше. Данис Абзал улы һәр эшкә бар күңелен һалып тотона, башлаған эшен мотлаҡ аҙағына еткерә.
Данис Абзал улына оло һынауҙар аша үтергә тура килә: ҡатыны бик иртә донъя ҡуя. 1997 йылда ул яҙмышын шулай уҡ Усинск ҡалаһында йәшәгән һәм эшләгән тол ҡатын Тәскирә Мәҡсүт ҡыҙы менән бәйләй. Яңы ғаилә ҡороп, хәҙер инде ете баланы тәрбиәләгән ғаилә Ключевой ауылында өй һалып сыға, хужалыҡ булдыра.
Мәҡәләнең тулы варианты гәзиттә.