Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәсетле районы юбилейы
15 Декабрь 2020, 16:06

Ауылдаштары һәм яҡындары менән бәхетле

Ключевой ауылы клубы мөдире Филарида Хамматова төрлө йәштәге һәм төрлө вазифалы ауылдаштарын берләштереп, улар менән уртаҡ тел табып, ысын мәғәнәһендә эше менән ныҡ мауыҡҡан һәм уға тоғро ҡалған кеше.

Был вазифаға уны яҙмышы алып килә. Филарида Фәрит ҡыҙы Пермь техник училищеһында оператор һөнәренә эйә була. Кейәүгә сыҡҡас, тормош иптәше менән туғандары саҡырыуы буйынса Ҡаҙағстанға юлланалар. Йәш, егәрле ғаилә яңы урында тормош ҡора: эшкә урынлаша, йорт хәстәрләй, бер-бер артлы балалар тыуа. Филарида Фәрит ҡыҙы нефть сығарыу буйынса оператор булып эшләй.
Матур ғына донъя көткәндә, ғаиләгә оло ҡайғы килә – тормош иптәше вафат була. Йәш ҡатын ҡулында өс бәләкәй бала менән тороп ҡала.
Мәҡәләнең тулы варианты гәзиттә.