Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яратҡан эше менән шөғөлләнә

Ауыл ерендә шәхси эш асыу бөтәһенең дә хәленән килмәй. Ҡыйыу һәм йүнселдәр кәрәкле эш төрөн ойоштороп ебәрә ала. Дыуан-Мәсетле ауылынан Флүр Миңлеәхмәтов үҙ эшен асырға ҡыйыусылыҡ иткән һәм яңылышмаған.

Шәхси эшен 10 йыл элек асҡан Флүр тәжрибә туплап, кәрәкле бәйләнештәр булдыра, даими клиенттары ла күбәйә.
Йәш егеттең техника менән мауығыуы бәләкәй саҡтан килә. Колхозда алдынғы механизатор булған атаһының тәүге ярҙамсыһы тыуған ил алдындағы бурысын үтәп, армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, шәхси эш асырға хәл итә.
Районда машиналар йүнәткән оҫтаханаларҙың күп булыуына ҡарамаҫтан, йәш егет шул йүнәлеште һайлай. Был хеҙмәткә хәҙерге заманда һорау ҙур: автомобиль һатып алыусылар һаны көндән-көн арта, шуға ла уны йүнәтеүгә, хеҙмәтләндереүгә лә һорау тыуа.
Флүр төҙөгән бизнес-план Мәсетле районы хакимиәте тарафынан хуплау таба. Шәхси эшен теркәргә һәм асырға финанс ярҙам бирелә, ә ҡалған кәрәк-яраҡты үҙ иҫәбенә һатып ала.
Бөгөн Флүрҙең оҫтаханаһына район халҡынан башҡа, трассанан уҙған транзит автомобилдәренең водителдәре лә мөрәжәғәт итә. Автомобилдең тәгәрмәстәрен эш хәлендә тотоу хеҙмәте менән бер рәттән, двигателдең майын алмаштыра, уның йөрөтөүсе өлөшөн көйләй, диагностика үткәрә. Дыуан ауыл хужалығы техникумында автомеханикка уҡыуы һәм армияла мина-торпеда базаһында алған күнекмәләре эшен уңышлы башҡарырға ярҙам итә.
Водителдәр уның эше менән бик ҡәнәғәт, "алтын ҡуллы оҫта” тиҙәр уның тураһында.
“Яратҡан эшем менән шөғөлләнәм, клиенттарымдың минең эштән ҡәнәғәт ҡалыуҙарын теләйем”, – ти эшҡыуар.