Рев Сәлим улының ата-әсәһе, тыу- ған иленең ысын патриоттары булараҡ, улдары тыуғас уны Бөйөк Октябрь революцияһы көнө хөрмәтенә Рев тип исемләйҙәр. Ул эш яратыусан, яуаплы бала булып үҫә. Ваҡыт һиҙелмәй үтә – балалыҡ, мәктәп йылдарын артта ҡалдырып, Совет армияһында хеҙмәт итеп ҡайта.
Төрөпкилде ауылы ҡыҙы Миңлеямал Һиҙиәт ҡыҙы менән биш йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 1975 йылда артабанғы тормош юлдары бергә бәйләнә. Өйләнешкән йылды йәш ғаилә Златоуст ҡалаһына күсә.
– Ике сумаҙан менән сығып киттек, шулай башланды беҙҙең ғаилә тормошо, – тип хәтерләй Рев Сәлим улы. – Хаҡлы ялға сыҡҡансы металлургия заводында эшләнек: мин – бригадир, ҡатыным – ҡыҙыу цехта наждаксы, уға тиклем сәғәт заводында секундомер көйләүсе булып эшләне, ә мин “Жилстрой-2” төҙөлөш ойошмаһында плитка түшәүсе инем.
2008 йылда Хәкимовтар ғаиләһе 1924 йылғы оло йәштәге әсәһен ҡарау өсөн тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Бөгөн улар йәшәгән өй – ауылда өлгөлө йорттарҙың береһе. Йорт тирәһе, урам, веранда – бар ерҙә лә тәртип, бөхтәлек. Хәстәрлекле хужаның ҡулы тейгән бөтә нәмә килешле итеп эшләнгән. Йәй көнө йорт тирәһе гөл-сәскәләргә төрөнөп ултыра.
Бильярд залына һәм йорттарындағы дүрт теплицала һатыуға тип үҫтергән кәбеҫтә, помидор, ҡыяр, ҡарағат, ҡурай еләге үҫентеләренә ҡарап иҫең китәрлек. Баҡсала үҫтергән йәшелсә-емеште ауыл хужалығы йәрминкәһенә сығарып һаталар.
Йорт эсендә өҫтәл, эскәмйә ҡуйылған уңайлы ғына беседка ла эшләнгән. Хәкимовтар йәйҙең матур көндәрендә был урында балалары, килендәре һәм дүрт ейәне менән йыйылырға ярата.
Рев Сәлим улы әүҙем тормош алып бара, тирә-яҡтағы хәл-ваҡиғаларға битараф ҡалмай. Ауылдаштарын борсоған хәлдәрҙе ла аңлай, шуға ла йыйылыштарҙа әүҙем ауылдаштары менән көн-үҙәк мәсьәләләрҙе яҡтыртып, тәҡдимдәрен индереп сығыш яһай. Һөҙөмтәлә һорауҙар хәл ителә, ҡайһыларын үҙ өҫтөнә ала. Мәҫәлән, Рев Сәлим улы улдары, ауыл халҡы һәм эшҡыуарҙар ярҙамында мәсеткә капиталь ремонт эшләй. Газ плитаһы, газ ҡаҙаны, люстра, һатып алына, электр үткәргестәре яңыртыла, пластик тәҙрә һәм ишек ҡуйыла, шлактан блоктар менән иҙән аҫты нығытыла. Мәсетте ҡарау һәм тәрбиәләү эшен үҙ өҫтөнә ала.
Хәкимовтар ғаиләһе һәр тыуған көнгә ҡыуанып, балаларының һәм ейәндәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәй.