Фәниә Аллаярова тыумышы менән Ғүмәр ауылынан. Дыуан-Мәсетле егетенә кейәүгә сыға һәм бына инде 38 йыл ошо ауылда йәшәй.
Үҙ ғүмере эсендә Фәниә Аллаярова төрлө вазифалар биләй: магазинда, почта бүлексәһендә мөдир вазифаһын башҡара, ауыл Советында белгес булып эшләй. Өфө китапхана эше техникумын тамамлап, оҙаҡ йылдар ауыл китапханаһында мөдир була.
Шулай уҡ ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша: оҙаҡ йылдар ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе эшен алып бара, һайлау уҙғарыуҙа ҡатнаша.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Фәниә Фәнәүи ҡыҙы петуниялар үҫтереп һата башлай. Был сәскәне тәрбиәләү серҙәрен гәзит-журналдарҙан уҡып белә. Сәскә ултыртыуға ул әле үк әҙерләнә башлаған: орлоҡтар, контейнер һәм һауыттар һатып алынған, тупраҡ әҙерләнгән.
– Мин ғәҙәти булмаған һәм иң матур сорттарҙың орлоғон һатып алырға тырышам. Өйөм эргәһендәге матур сәскәләрҙе күреп, күптәр һатып алырға теләй, – ти Фәниә Фәнәүи ҡыҙы. – Хәҙер интернет менән әүҙем файҙалана башланым: фотоһүрәттәре менән иғландарҙы социаль селтәрҙәге төркөмдәргә үҙемдең сәхифәләремдә ҡуям.
Бының менән генә шөғөлдәре бөтмәй әле уңған ауыл ҡатынының. Бер нисә йыл элек ул мендәр-ҙәрҙе ҡоро килеш таҙартыу аппараты һатып алған һәм ҡаҙ мамығын ультрашәмәхә менән зарарһыҙландырыу технологияһын үҙләштерә.
Мендәрҙәрен таҙартып биреүен һорап уға ауылдаштары мөрәжәғәт итә, шулай уҡ күрше райондарҙан да киләләр.
Фәниә Фәнәүи ҡыҙы милли эсемлек – буҙа эшләүе тураһында ла һөйләне. Уны хужабикә фильтр аша үткәрелгән һыу һәм һоло ярмаһы менән башҡорттарҙың күптәнге рецебы буйынса әҙерләй.