Айрат Юлай улы Йыланыш ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Дыуан ауыл хужалығы техникумына уҡыр-ға инә. Һөнәр алып сыҡҡан йәш егет ауыл советында хәүеф- һеҙлек техникаһы буйынса инженер булып эш башлай. 1987 йылда, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағандан һуң, “Комсомолец” колхозында агроном-орлоҡсо вазифаһын башҡара.
Колхоз тарҡалғас, Айрат Юлай улы мәктәп ҡаҙанлығына оператор булып күсә. Шәхси ярҙамсы хужалығында күпләп һыйыр малы тота. Үҙ көсө менән Йыланыш ауылында өй һалып сыға. Ҡатыны Гөлнара Хәкимйән ҡыҙы менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.
Айрат Юлай улына халыҡ менән еңел аралашыу, ихласлыҡ, мәсьәләләрҙе хәл иткәндә дөрөҫ юл таба белеү һәм үҙ ҡарашын яҡлай алыу кеүек сифаттар хас.
Районда иң эреләрҙән һаналған Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһенә Дыуан-Мәсетле, Йыланыш, Ғүмәр, Ҡаранай, Бурансы, Түбәнге Туҡбай ауылдары инә.
Ауыл советы биләмәһендә бер участка дауаханаһы, ике фельдшер-акушерлыҡ пункты, Х. Я. Фәтҡуллин исемендәге урта белем биреү мәктәбе, бер башланғыс мәктәп, алты мәҙәниәт йорто, ике китапхана, ике балалар баҡсаһы, почта бүлексәһе, ветеринария участкаһы, автомобилдәр өсөн яғыулыҡ станцияһы, биш крәҫтиән-фермер хужалығы эшләй, дүрт мәсет бар. “Эль” һәм “Шаки- ров и К” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, шәхси эшҡыуар И. Исмәғилев ауыл халҡын аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш тауарҙары менән тәьмин итә. Шәхси эшҡыуар Р. Байрамғолов халыҡҡа транспорт хеҙмәте күрһәтә, Ф. Миңлеәхмәтов машиналар ремонтлау менән шөғөлләнә, Д. Әхмәтйәров ауылдаштарын емеш-еләк үҫентеләре менән тәьмин итә.
Ауыл биләмәһе хакимиәте йәмәғәт ойошмалары – ветерандар советы (рәйесе – Дим Ишбулатов), ҡатын-ҡыҙҙар советтары (Гөлназ Камалова, Нәжиә Муллабаева, Земфира Сәйфуллина, Рәфисә Хизбуллина, Лидия Саҙиҡова, Дамира Фәхрисламова) менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләй. Дыуан-Мәсетленең “Зөбәржәт” фольклор ансамбле республика кимәлендә билдәлелек алған. Мәүжиҙә Аллаярова ансамбль ағзаларына милли кейемдәр тегә, ә Ғәлимә Әхмәтйәрова алъяпҡыстар сигә.
Тырыш, уңған, ихлас халыҡ йәшәй был ауылдарҙа, мал, ҡош-ҡорт ҡарайҙар, умарта тоталар. Борис Әлмөхәмәтов, Наил Рәхимов, Айгиз Әбделмәнов үҙ хужалыҡтарында 10-дан күберәк һыйыр малы аҫрайҙар. Наил Әлмөхәмәтов, Сағман һәм Сафуан Шакировтар, Айҙар Фәхретдинов күпләп йылҡы малы үрсетәләр. Айҙар Фәхретдинов Өфө ҡалаһында үткән “Терра Баш-ҡортостан” ат-спорт турнирында еңеү яулап ҡайтты.
Ауылдарҙың тышҡы йөҙөн яҡшыртыу маҡсаты менән һәр аҙнаның йомаһы өмә көнө тип иғлан ителгән. Ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы үҙ территорияларын тәртипкә килтерә, төҙөкләндерә, ағастар ултырта, йылға-күл буйҙары сүп-сарҙан таҙартыла.
Дыуан-Мәсетле, Бурансы, Түбәнге Туҡбай ауылдарында юл һалынған һәм капиталь ремонт яһалған, юл билдәләре ҡуйылған. Подрядсы ойошма – “Башкиравтодор” йәмғиәте Дыуан-Мәсетле ауылының Комсомол урамында юлға асфальт түшәне. Шул уҡ ауылдың Болон һәм Тыныслыҡ урамдарында газ үткәрелә. Ғүмәр ауылында яр буйын нығытыуға төҙөлгән проект-смета документы экспертиза үтә һәм газ кертеү буйынса проект-смета документы әҙерләнә. Түбәнге Туҡбай ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктына һәм башланғыс мәктәбенә тиҙләтелгән интернет үткәрелде.
2020 йылда “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса Дыуан-Мәсетле мәктәбе бинаһы капиталь ремонтланды, бинаның икенсе ҡатында иҙән яңыртылды, кабинеттарҙың ишектәре, электр сымдары алмаштырылды.
“Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының “Реаль эштәр” проекты буйынса Дыуан-Мәсетле ауылының Еңеү паркы ҡоймалары алмаштырылды.
2019-2020 йылдарҙа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн 74 контейнер һатып алып, ауылдарға урынлаштырылды.
Халыҡ төрлө мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалмай. Күптән түгел, мәҫәлән, Түбәнге Туҡбай ауылында йәшәүселәр “Айыҡ ауыл-2020” республика конкурсының район этабында ҡатнашты.