Бөтә яңылыҡтар

Берҙәм эш – тормош нигеҙе

Айып ауылынан Шәйхетдиновтар ғаиләһе үҙҙәренең крәҫтиән-фермер хужалығын 2014 йылда теркәй. Ҙур тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, хеҙмәт яратыу һәм үҙ көстәренә ышаныуҙан, уларҙың башлаған эштәре үҫеүен, нығыныуын дауам итә.

Ғаилә башлығы Людвиг Дарвин улы тәүҙә тыуған колхозында хеҙмәт итә. Колхоз тарҡалып, эшһеҙ тороп ҡалғас, шәхси хужалыҡта малдар һанын арттыра. Һауын һыйырҙары 17 башҡа еткәс, крәҫтиән-фермер хужалығын асырға ҡарар итә.
2017 йылда үҙ эштәрен асҡан фермерҙарға ярҙам маҡсатынан ойошторолған дәүләт программаһында ҡатнаша. Дәүләт ярҙамын алыу өсөн бизнес-план төҙөй. Был башланғыс эш күп көстө һәм ваҡытты ала. Әммә, шәхси эште үҫтереүгә һалынған тырышыуҙар бушҡа булмай, фермер дәүләттән миллион ярым һум ярҙам ала. Бүленгән аҡсаға трактор һәм үлән йыйыусы пресс һатып ала.
Хәҙер уның хужалығы ярайһы уҡ ҙурайған. Ҡатыны Минзәлә Һаҙый ҡыҙы менән 93 баш һыйыр малы тоталар, шуларҙың 40 башы – һауын һыйыр. Ауыл ситендә мал ҡарар өсөн урын эшләнә. Әлегә төп килем һөт һатыуҙан килә. Килгән аҡсаға яғыулыҡ-майлау материалдары, фураж һатып алына. Фермер яҙ иген культуралары сәсергә йыйына. Бының өсөн ул дисклы тағылма һатып алып, 15 гектар ерҙе эшкәртергә өлгөргән.
– Йәй көнө, ирем иртә таңдан ҡараңғы төшкәнсе бесән әҙерләгәндә, һыйыр һауышырға киленебеҙ ярҙам итә. Хужалыҡта ярҙам итергә тағы ла бер ярҙамсы үҫеп килә – ул 13 йәшлек улым. Ҡыҫҡаһы, бөтәһенә лә эш етә. Беҙ бөтә эште үҙебеҙ эшләйбеҙ, үҙ көсөбөҙгә генә ышанабыҙ. Шуға ла тәүлек әйләнәһенә хужалыҡ эше менән ҡайнайбыҙ. Бындай хеҙмәт ауырлыҡ килтермәй, ә киреһенсә – тик ҡыуаныс ҡына. Үҙебеҙ өсөн эшләйбеҙ бит, – ти Минзәлә Һаҙый ҡыҙы.
Һәр кем үҙ юлын үҙе һайлай. Шәйхетдиновтар ғаиләһе лә тормош юлын үҙҙәренсә һайлап, ышаныслы аҙымдар менән атлай.