Был һанда һеҙгә Йонос ауыл биләмәһенә ингән Йонос, Айып, Әбдрәхим, Тайыш, Тимерәк ауылдары хаҡында һөйләрбеҙ. Биләмәнең административ үҙәге булып Йонос ауылы тора. Район үҙәгенә тиклем – 23 километр. Ауыл биләмәһе 1965 йылда барлыҡҡа килгән. Географик яҡтан ул Мәсетле районының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан.
Ауыл биләмәһенең дөйөм ер майҙаны 11843,9 гектар тәшкил итә. Халыҡ һаны – 1318 кеше. Йонос ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын оҙаҡ йылдар Рәүф Ниғмәтуллин башҡара.
– Рәүф Мөғин улы, ауыл биләмәһе тураһында һөйләп үтегеҙ әле.
– Йонос ауыл советы биләмәһендә ике дөйөм белем биреү мәктәбе, ике башланғыс мәктәп, өс балалар баҡсаһы, дүрт ауыл клубы, почта һәм һаҡлыҡ банкы бүлексәләре, ветеринария участкаһы, “Йонос” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, шәхси эшҡыуар И. И. Зиннәтуллиндың иттән ярымфабрикаттар цехы, ете шәхси магазин, 11 шәхси эшҡыуар һәм крәҫтиән-фермер хужалығы эшләй, Йоноста мәсет бар.
Әле Тайыш ауылында мәсет төҙөү эше бара, эштең етәксеһе һәм башлап ебәреүсеһе – Рәсүл Әбүбәкиров, ә Әбдрәхим ауылында мәсет төҙөү эше Сәғит Таһиров етәкселеге аҫтында бара.
Ауыл биләмәһендә йәмәғәт ойошмалары: ветерандар советы (рәйесе – Зифа Сәлмәнова), ҡатын-ҡыҙҙар советтары (рәйестәре – Фәүзиә Мөхәрәмова, Фәрдиә Әбүбәкирова, Рәзилә Абдулхакова, Гөлфиә Фәтҡуллина), әүҙем эшләй. Һәр ауылда “Ағинәйҙәр” ҡоро ойошторолған. Бигерәк тә Сажиҙә Фәйзрахманова етәкселегендәге Әбдрәхим ауылы ағинәйҙәре әүҙемдәр, улар районда ғына түгел, республикала ла билдәле.
– Һеҙҙең ауыл биләмәһендә халыҡ ниндәй эшмәкәрлекте һайлай?
– Йонос ауыл биләмәһе халҡы – тырыш, уңған кешеләр. Шәхси ихатала улар мал, ҡош-ҡорт ҡарайҙар һәм умарта тоталар. Күптәре, шул иҫәптән Руслан Исламов, Людвиг Шәйхетдинов, Владислав Нурыев, Рәсүл Әбүбәкиров (йылҡы аҫрай) крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм Илдус, Илгиз, Азамат Мофазаловтарҙың шәхси ярҙамсы хужалыҡтары ауыл хужалығы эшен алып бара: күпләп һыйыр малы ҡарайҙар, мал аҙығы әҙерләйҙәр.
Ауыл биләмәһендә шәхси эшҡыуар Илгиз Зиннәтуллин асҡан иттән ярымфабрикаттар цехы һәм “Башҡорт тауарҙары” магазины эшләй.
Күптәрҙең тормошонда ижад мөһим урын биләй. Улар матурлыҡҡа ынтыла, яҡындарын ижади эшмәкәрлеккә әйҙәй. Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар милли кейемдәр тегә, күҙҙең яуын алырлыҡ биҙәктәр ҡайый, йылы әйберҙәр бәйләй.
– Һеҙҙең ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү мәсьәләләре нисек хәл ителә?
– Ауылдарҙың эстетик күренешен, санитар торошон яҡшыртыу, төҙөкләндереү, йәшелләндереү, граждандарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһен хәл итеү буйынса комплекслы эштәр – ауыл хакимиәтенең төп маҡсаты. Әлбиттә, был эштәрҙе атҡарып сығарыу ауыл халҡы ярҙамынан башҡа мөмкин түгел. Шуға ла етәкселәргә, ойошма коллективтарына һәм ауыл халҡына төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Ауылдарҙың тышҡы йөҙөн яҡшыртыу маҡсаты менән аҙна һайын өмәләр үткәрелә, ҡороған ағастар бысыла, шишмә-йылғалар буйҙары сүп-сарҙан таҙартыла. Ауыл клубтары, мәктәптәр, балалар баҡсалары менән берлектә төрлө акциялар уҙғарыла.
Ауыл халҡы ла ойошторолған сараларҙан ситтә ҡалмай, әүҙем ҡатнаша. Улар үҙҙәренең ихаталарын матур һәм үҙенсәлекле итеп биҙәргә тырыша.
Йола буйынса йыл һайын беҙ “Өлгөлө йорт”, “Иң яҡшы урам” конкурстары уҙғарабыҙ.
– Һеҙ ниндәй дәүләт программаларында ҡатнашаһығыҙ?
– 2019 йылда “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы сиктәрендә Әбдрәхим ауылында зыярат ҡоймаһына (бағыусыһы – шәхси эшҡыуар И. И. Зиннәтуллин), быйыл Тайыш ауылының Зәки Вәлиди урамына (бағыусыһы – крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Р. И. Әбүбәкиров) ремонт яһалды.
2020 йылда “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Реаль эштәр” проекты буйынса Йонос ауылында Еңеү паркы ҡоймалары йүнәтелде.
2020 йылда ауыл биләмәһе бюджетынан бүленгән, ауыл халҡы һәм ситтә йәшәгән ауылдаштар йыйған аҡсаға Тимерәк ауыл зыяратының ҡоймалары яңыртылды. Был эштәрҙе Даянова Яңыл Сафа ҡыҙы ойоштороп, аҡса йыйыу эшен алып барҙы.
2019-2020 йылдарҙа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйырға 62 контейнер һатып алып, ауыл биләмәһе торама пункттарында урынлаштырылды.
Йонос ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү, һыу үткәргестәрҙе ремонтлау һәм тейешле тәртиптә тотоу буйынса эштәрҙә яуаплылығы сикләнгән “Йонос” йәмғиәте (етәксеһе – Әсләм Мөхәрәмов) әүҙем ҡатнаша.
Юл эшмәкәрлеге мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Ауыл биләмәһендә юлдың оҙонлоғо 19,8 километр тәшкил итә. 2020 йылда Йонос ауылының Салауат Юлаев урамында һәм Әбдрәхим ауылының Салауат Юлаев урамында ремонт яһалды, юл билдәләре ҡуйылды.
Бөгөн Йонос ауылына инеү юлына һәм Йонос урта мәктәбе янында 1800 квадрат метр ергә асфальт һалыу эштәре бара. Подрядсыһы – “Башкир-автодор” йәмғиәте.
Йонос, Әбдрәхим, Айып ауылдарына юғары баҫымлы газ торбаларын һалыусы подрядсыны билдәләүгә конкурс иғлан ителгән.
Йонос һәм Тимерәк ауылдарында яр буйын нығытыуға төҙөлгән проект-смета документы экспертиза үтә.
– Киләсәккә пландарығыҙ ниндәй?
– Урамдарҙы яҡтыртыу системаларын яҡшыртыу, төҙөкләндереү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы һалыу өсөн контейнерҙар алыу, контейнерҙар майҙансыҡтары эшләү, сүп-сар ятҡан урындарҙы бөтөрөү эшен дауам итәсәкбеҙ.