Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Туғандар менән бер ғаилә булып йәшәй белеү мөһим

Йәштәрҙең тыуған ерҙәрендә тормош ҡороуҙары бик ҡыуаныслы. Тайыш ауылынан Зөһрә һәм Фидан Мосакәлимовтар ғаиләһе – шундай маҡтауға лайыҡ ғаиләләрҙең береһе.

Улар алдында тыуған ерҙә ҡалырғамы, әллә ситкә сығып китергәме тигән һорау тыумай. Тыуған ергә һөйөү, уның кешеләренә һәм йолаларына ихтирам барыһынан өҫтөн булып сыға.
Тәбиғәттең хозур, ауылдың иң матур урынында, Урман урамында йорт һалып сыға йәштәр.
– Был урамды уңайлы, тыныс булғаны өсөн һайланыҡ, күршеләр ҙә яҡшы, – ти ғаилә башлығы. – Машиналар юҡ, эргәләге урманда йыл әйләнәһенә, теләгән көндә сығып ял итергә була. Беҙҙең урамға газ үтһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине.
Фидан шул ауылда тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Оло Ыҡтамаҡ ауылында 153-сө һөнәрселек училищеһында водитель-тракторсы һөнәрен алып сыға. Хәҙерге көндә Екатеринбург ҡалаһында вахта ысулы менән эшләп йөрөй...
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2020 йылдың 30 октябрендәге 87-се һанында уҡығыҙ.