Бындай ҡатындар йәшәгән йорттарҙа һәр саҡ йылы, матур, аш-һыу бүлмәһенән тәмле бәлеш еҫтәре аңҡый. Йонос ауылынан Нәфисә Шакированың өйө лә шул яғы менән үҙенә тартып тора.
Ҡул эше уның тормошонда ҙур урын алған – бәйләй, тегә, сигеү эштәре менән дә мәшғүл.
– Минең уйлауымса, был шөғөлгә ылығыуым өләсәйем Ғәйнурҙан ҡалғандыр, ул ваҡытында төрлө әйберҙәр тегә торған ине. Өләсәйем теккән тундарға һорау ҙур булды, – ти Нәфисә Асҡар ҡыҙы. – Үҙ ҡулдарым менән нимәлер тегеү теләге бәләкәй саҡта уҡ тыуҙы. Хәтеремдә, өләсәйемдең күлдәгенең итәген киҫеп алдым. Ул шундай киң ине, мин унан үҙемә әллә күпме әйбер тектем...