Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәсетле районы юбилейы
9 Октябрь 2020, 16:50

Улар үҙҙәренең ауылын ярата

Һуңғы арала Ишәле ауылында клуб мөдире Резеда Ғәлимова, Тәхәүетдиновтар ғаиләһе ойошторған һәм башлап ебәргән ҙур күләмле саралар күп үтә. Бер яугир яуҙа яугир түгел, ти улар, һәм бөтә сараларҙы үткәреүҙә бар ауыл менән ҡатнашалар. Гүзәл зат донъя мәшәҡәттәре менән генә булмай, ауыл тормошо үҙәгендә ҡайнай.

Хеҙмәт ветераны Зәфилә Фазлыева – ижади кеше. Яңы йыл маскарадтарының береһе лә уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Байрамға костюмдарҙы үҙе әҙерләй, призлы урындар яулай. Ул оҙаҡ йылдар “Коммунист” колхозында быҙау ҡараған. Ауыр хеҙмәтендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн колхоздың ғына түгел, райондың иң яҡшы быҙау ҡараусыһы тип танылған. Зәфилә Зөфәр ҡыҙы – биш бала әсәһе, Әсәлек миҙалы менән бүләкләнгән.
Саралар үткәс, йола буйынса ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар байрам өҫтәле янына йыйыла. Табын әҙерләүҙә Гүзәл Ғайсинаның ярҙамы ҙур, сөнки ул оҙаҡ йылдар колхоз ашханаһында эшләй һәм аш-һыу тәртибен яҡшы белә. Ул бешергән тәмле ризыҡтарҙы әле һаман йылы һүҙҙәр менән рәхмәттәр әйтеп иҫкә алалар.
Мәүлиҙә Әфризунова Ишәле ауыл клубы үҙешмәкәр сәнғәт төркөмөндә әүҙем ҡатнаша. Мәсет территорияһын йәмәғәт башланғысында тәртиптә тота. Ул изге күңелле, алсаҡ, шаян һүҙле кеше, ә егәрлелеге һәм бөтмәҫ көс-ҡеүәте һоҡланырлыҡ.
Тәслимә Ширғаҡова – һәр ваҡыт йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып йөрөүсе әүҙем кеше, бөтә сараларҙың уртаһында ҡайнай. Эштәрҙе вазифаһы талап иткәндән түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса эшләй. Башҡаларҙың яҙмышына битараф булмағаны өсөн ул ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп һайланды.
– Беҙҙең ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары тыйнаҡ, сабыр, егәрле һәм ҡыйыу булыуҙары менән айырылып тора. Улар – ғаилә усағын һаҡлаусылар, яратҡан ҡатын һәм әсәй-өләсәйҙәр. Балалар тәрбиәләп, йорт эштәрен башҡаралар, эшкә йөрөйҙәр, шул уҡ ваҡытта ауылдың йәмәғәт тормошонда ла ҡатнашырға өлгөрәләр. Гүзәл Бәҙретдинова, Ләйсән Айсина, Гөлсинә, Лена һәм Наташа Әсмәндиәровалар, Гүзәл һәм Флорида Әфризуновалар, Нурфиә Мөхәмәҙиева, Рима Мөхәмәтшина, Эльвина Ғиләзева, Светлана Хажиеваларҙы айырыуса билдәләп үтке килә. Ниндәй генә сара, шәмбе өмәләре үтмәһен, улар һәр саҡ беренсе булып ярҙамға ашыға, – тип һөйләй Тәслимә Борис ҡыҙы.