Тормош тарихы хаҡында һөйләгәндә, ул һүҙен атаһы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Йосопйәндән башлай. Атаһы фронтҡа киткәндә, Сәлимйәнгә 11 йәш кенә була. Әммә был йәштә ул күп нәмәне аңлай, күп нәмә өсөн борсола һәм яуаплылыҡ тоя. Ғаиләлә тәүге бала булғанлыҡтан, хужалыҡ буйынса бөтә эш уның иңенә төшә.
Ауыр һуғыш йылдары мәктәп йылдары менән бергә тура килә. Төшкә тиклем – мәктәптә, төштән һуң колхоз фермаһында ат ҡараусы булып эшләгән әсәһе янына ярҙам итергә йүгерә. Аттар торған урынды таҙартырға, уларҙы ашатырға, аҙыҡ әҙерләргә кәрәк. Һуңынан оҙаҡ ваҡыт атта һыбай күрше Мөслим ауылынан почта ташый. Атаһы Йосопйән генерал Шайморатовтың данлыҡлы атлы кавалерияһында һуғышҡан, ҡулы яраланып, яуҙан иҫән ҡайта.
Ете класс тамамлағас, Сәлимйәнде хеҙмәт армияһына алалар. Ул Кемерево өлкәһендә хеҙмәт итә: шахтала күмер сығарыуҙа моторист булып дүрт йыл эшләй.
Хеҙмәт тураһындағы хәтирәләр уның тормошонда айырым урын биләй. Тәүҙә уны Псков өлкәһенең Опочка ҡалаһына ебәрәләр. Ул унда диңгеҙҙә сәпкә тейеү өсөн махсус иҫәпләп сығарыу буйынса уҡый. Һуңынан Калининград ҡалаһында кесе сержант дәрәжәһендә артиллерия ғәскәрҙәрендә хеҙмәтен дауам итә. Уның иҫәпләп сығарған расчеттары теүәл була, уҡыуҙар барышында һәр саҡ сәпкә тейә. Сираттағы уңышлы күнекмәләрҙән һуң нисек итеп командованиеның рәхмәт йөҙөнән “Яков Свердлов” крейсерында йөҙҙөрөүен һөйләй-һөйләй, ғаилә фотоальбомынан матрос формаһын-да төшкән рәсемде күрһәтә ул беҙгә.
Оҙаҡ хеҙмәт йылдарынан һуң, Сәлимйән Йосопйән улы тыуған яғына кире әйләнеп ҡайта. Машина-трактор станцияһына иҫәп алып барыусы булып эшкә инә, һуңынан, хаҡлы ялға сыҡҡансы, “Коммунист” колхозында эшләй. Ауылдың иң матур ҡыҙы Нәфисә Мөхәмәтдин ҡыҙына өйләнеп, 63 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп татыу донъя көтәләр. Биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр, 11 ейән-ейәнсәргә олатай һәм өләсәй улар.