Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәсетле районы юбилейы
9 Октябрь 2020, 13:30

Татыу ғаилә

Йәштәргә өлгө итеп килтерерлек татыу һәм ныҡлы ғаиләләр районда аҙ түгел. Тәкә ауылында йәшәүсе Айгөл һәм Илшат Дәүләтшиндарҙы шулар рәтенә индерергә була. Уларҙың өйө йыйнаҡлығы, төҙөклөгө менән күҙгә ташланып тора һәм ауылда өлгөлө йорт тип иҫәпләнә.

Был күркәм йорттоң хужалары – тырыш, татыу, һәр эштә яуаплы кешеләр. Дәүләтшиндар 1991 йылда таныша. Ул ваҡытта Илшат Дыуан ауыл хужалығы техникумында агроном һөнәрен үҙләштерә, ә Айгөл Мәсәғүт педагогия училищеһында белем ала. Уҡыуын тамамлап ҡайтҡас, Илшат Мөхөтдин улы “Игенсе” колхозына мал ҡараусы булып урынлаша, һуңынан ферма мөдире булып китә, район ҡулланыусылар йәмғиәтендә һәм умарталыҡта эшләй. 2006 йылдан алып бөгөнгәсә Себер тарафтарында вахта ысулы менән нефть ҡорамалдарын ремонтлаусы слесарь булып эшләп йөрөй. Ҡатыны менән үҙ хужалыҡтарын алып баралар, баҡса үҫтерәләр, ҙур булмаған умарталыҡтары ла бар.
Айгөл Радис ҡыҙы хеҙмәт юлын фермала лаборант булып башлай. Эш урыны бушағас, балалар баҡсаһына тәрбиәсе ярҙамсыһы эшенә күсә. Һәм яңылышмай ҙа. Ғаиләлә иң өлкән бала булып, әсәһенә һеңлеләрен тәрбиәләшергә ярҙам итеп үҫкәнлектән, тәрбиәсе һөнәре уны бәләкәйҙән ҡыҙыҡһындыра.
20 йылдан ашыу Теләш ауылындағы “Ләлә” балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙе тәрбиәләй, баҡсанан бер нисә быуын балалар сығара. Тәрбиәсе эше – көн дә күп көс, сыҙамлылыҡ, ҙур иғтибар һәм һөйөү талап иткән ныҡышмалы хеҙмәт. Айгөл Радис ҡыҙы баҡсаға килгән һәр балаға наҙлы әсә лә, яҡшы дуҫ та, аҡыллы уҡытыусы һәм тәрбиәсе лә була белә. Ата-әсәләр уға балаларын ышанып тапшыра.
Айгөл һәм Илшат Дәүләтшиндар ике ул – Ансар менән Илсурҙы лайыҡлы тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары яҡшы һөнәр һайлай: Ансар – мәктәптә математика фәненән уҡыта, Илшат – медицина колледжының һуңғы курсында уҡып йөрөй.