Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәсетле районы юбилейы
9 Октябрь 2020, 14:30

Оло йөрәкле кеше

Социаль хеҙмәткәрҙең һиҙгер һәм хәстәрлекле ҡарашы – өлкән быуын кешеләре өсөн ҙур ҡыуаныс. Теләш ауылында өлкәндәр тураһында Миләүшә Ниғмәтйәнова хәстәрлек күрә. Ул – оло йөрәкле кеше, һәр береһенең күңеленә юл таба белә.

Социаль өлкәгә ул осраҡлы килеп инә, әммә бөгөн уның үҙ булмышы икәненә инанған. Ошо һөнәргә килгәнсе уға бухгалтерҙан башлап ашнаҡсыға тиклем күп һөнәрҙәр алмаштырырға тура килә, һуңғы дүрт йылда социаль хеҙмәткәр булып эшләй.
Миләүшә Наил ҡыҙының эш аҙнаһы алдан яҙылып ҡуйыла, сөнки уға 11 кешегә – туғыҙ ҡатын-ҡыҙға һәм ике ир кешегә ярҙам итергә кәрәк. Көнөнә өс өйҙө хеҙмәтләндерә: аҙнаһына ике тапҡыр барып хужалыҡ буйынса эштәр башҡара, өйҙәрен таҙартып йыйыштыра, йәйгеһен баҡсала эшләй, ҡыш урамда ҡар таҙарта. Был мәшәҡәттәрҙән тыш, магазинға барып аҙыҡ-түлек, донъя кәрәк-ярағы алыу ҙа уның өҫтөндә.
Тәрбиәһендәге апай-ағайҙар Миләүшә Наил ҡыҙы тураһында тик йылы һүҙҙәр еткерә, сөнки ул изге күңелле, ихлас, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер һәм эшен еренә еткереп, ваҡытында башҡара.
Намыҫлы хеҙмәте һәм ярҙамсыллығы өсөн “Социум” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге етәкселегенең Рәхмәт хаты менән наградланған.
Миләүшә Ниғмәтйәнова ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Ауыл клубында үткән сараларҙа бейеү коллективы составында сығыш яһай, яңғыҙ бейеү номерҙарын әҙерләй.
Уның яратҡан шөғөлө – ҡул эштәре: матур кофталар, свитерҙар, пуловерҙар һәм бәләкәй сабыйҙарға пинеткалар бәйләй.
Тормош иптәше Илдар менән ике бала тәрбиәләйҙәр.