Ростов ауыл биләмәһендә бөгөнгө көндә малсылыҡ һәм үҫемлекселек менән шөғөлләнгән дүрт крәҫтиән-фермер хужалығы бар. Шуларҙың береһе Ишәле ауылынан Тимерғәзе Фәрхитдиновтыҡы.
Ул 2004 йылда элекке “Коммунист” колхозының ферма бинаһына милекселек хоҡуғын рәсмиләштереп, крәҫтиән-фермер хужалығы аса. Ойоштора белеү һәләте, ныҡышмалылығы һәм хеҙмәт яратыуы менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эштең айышына тиҙ төшөнә.
Төрлө эште ойоштороу ҙур сығымдар талап итә, әммә был Тимерғәзе Сәрҙәх улын ҡурҡытмай. Ул 2012 йылда районда беренсе булып “Ғаилә малсылыҡ фермаһы” республика программаһында ҡатнаша һәм ферма ремонтлауға грант ала. Ул эшен 35 баш һарыҡтан башлап, уларҙың һанын 700-гә еткерә. Һарыҡ итенә һорау кәмеү сәбәпле, 2017 йылда һыйыр малдарын үрсетеүгә күсә.
Бөгөн “Фәрхитдинов” КФХ-һы 52 баш һыйыр малы ҡарай. Ерҙәре, көтөүлектәр менән бергә, 450 гектар тәшкил итә, шуларҙың 80 гектары – күп йыллыҡ үләндәр, тағы ла 80 гектары – иген культуралары. Фермерҙың хеҙмәте ВДНХ-ла “Иң яҡшы ғаилә малсылыҡ фермаһы” номинацияһында көмөш миҙал менән билдәләнә, “Башҡортостандың алтын башағы” түшкә ҡаҙай торған алтын билдәһе менән наградланған.
Уның ҙур ярҙамсыһы – улы Иршат. Ул мәктәп йылдарынан уҡ атаһына ярҙам итеп, бар эшкә лә ҡыйыу тотона. Автотранспорт колледжын тамамлап, ғаилә бизнесына ҡушыла. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, техниканы яҡшы белә, хәҙерге заман тенденцияларын һәм яңы технологияларҙы тиҙ өйрәнә.
2017 йылдан Иршат участка һайлау комиссияһында эшләй. 2018 йылда уны комиссия рәйесе итеп һайлайҙар. Бөгөн ул – райондың иң йәш участка һайлау комиссияһы рәйесе.
Ирҙәрҙең бар эшен ғаилә усағын һаҡлаусы, хәстәрлекле ҡатын һәм әсәй Фәйрүзә Сәрүәр ҡыҙы хуплай. Бөтә көнкүреш һәм йорт хәстәрлеге уның иңендә, фермала ла алмаштырғыһыҙ ярҙамсы, яҙғы-йәйге баҫыу эштәре ваҡытында эшселәренә төшкө һәм киске аш әҙерләй. Унан башҡа шәхси магазиндарында сауҙа эшмәкәрлеген дә алып барырға өлгөрә.
Фәрхитдиновтар ғаиләһе, эштәре тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, ауылдаштарының йәшәйеш мәсьәләләренә лә битараф түгел, ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашалар, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеп, төрлө саралар үткәрергә ярҙам итәләр.
Тыуған ерен, тәбиғәтен яратҡан, ҡояш менән бергә тороп алһыҙ-ялһыҙ эшләгән был ғаилә ҙур ихтирам уята.