Мәсетле тормошо
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәсетле районы юбилейы
9 Октябрь 2020, 13:00

Беренсе урында – тормош сифаты

Гәзит уҡыусыларҙы ауыл биләмәләренең эшмәкәрлеге һәм ундағы халыҡтың тормошо менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.Ростов ауыл биләмәһе халҡы нисек йәшәй, уларҙың йәшәйешен яҡшыртыу өсөн нимәләр эшләнә һәм киләсәккә пландар хаҡында ауыл советы хакимиәте башлығы Ирек Ғәлимов бына нимәләр һөйләй.

“Ростов ауыл биләмәһе сос-тавына Ишәле, Теләш һәм Тәкә ауылдары инә. Дөйөм халыҡ һаны – 809 кеше. Биләмәлә өс фельдшер-акушерлыҡ пунктының икеһе эшләй, өс клуб, почта бүлексәһе, балалар баҡсаһы, мәктәп, ирекле янғын һүндереү дружинаһы, үҙ эштәрен алып барған шәхси эшҡыуарҙар һәм крәҫтиән-фермер хужалығы бар.
Ростов ауыл биләмәһе хакимиәте эшмәкәрлегенең төп маҡсаты – халыҡтың тормош сифатын күтәреү һәм йәшәү кимәлен яҡшыртыу. Былар барыһы ла социаль-мәҙәни өлкәне үҫтереү, биләмә территорияһын төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу, янғын хәүефһеҙлегенең беренсел саралары менән һәм хоҡуҡ һаҡлауҙы тәьмин итеү, социаль объекттар, шулай уҡ ауыл биләмәһе территорияһында эшмәкәрлек алып барған предприятиелар эшендә тотороҡлолоҡ һөҙөмтәһендә ирешелә. Бының өсөн хакимиәттең көндәлек эшмәкәрлеген ойоштороу барышында бар саралар күрелә. Мәҫәлән, тәүлектең ҡараңғы ваҡытында халыҡҡа ауыл эсендә йөрөү уңайлы булһын өсөн урамдарҙы яҡтыртыу буйынса ремонт эштәре башҡарылды. Ишәлелә алты бағана һәм ике яҡтыртҡыс ҡуйылды, 12 лампа алмаштырылды.
Быйыл дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарын ремонтлау эштәре башҡарылды: Теләш ауылының Күпер һәм Тәкә ауылының Тыныслыҡ урамдары тулыһынса ремонтланды. Теләш һәм Тәкә ауылдары араһындағы юлдарҙы ремонтлау эштәре тамамланған. Ремонтланған юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 2300 метр тәшкил итте. Ә йәмғеһе Ростов ауыл хакимиәте ҡарамағында 7247 метр автомобиль юлы бар.
Ағымдағы йылда Теләш ауыл фельдшер-акушерлыҡ пунктына капиталь ремонт яһалды. Ишектәҙрәләр алмаштырылды, түбә һәм стеналар ремонтланды.
2019 йыл дауамында ауыл советы хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл буйында үҫкән үҫентеләрҙе сабыу, ботаҡтарҙы сығарыу, рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән сүплекте таҙартыу эше башҡарылды.
Йәйге осорҙа йәмәғәт урындарында, юл ситендә үҫкән сүп үләндәрен сабыу ойошторола.
Ауыл халҡы һәм ситтә йәшәгән яҡташтар көсө менән биләмәләге дүрт зыярат һәр саҡ тәртиптә тотола. Ағымдағы йылда Теләш ауылында бағыусы Димйән Мостафин ярҙамында зыяратта 360 метр ҡойма алмаштырылды, тимер бағаналар ҡуйылды.
Ишәле ауылында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына зыярат янында 75 йүкә ағасы ултыртылды.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһы буйынса клуб һәм ауыл советы алдындағы ҡойма алмаштырылды.
Иң ҙур проекттарҙың береһе – клубты ремонтлау. Әлеге көндә уның күпселек эше башҡарылды: йомшаҡ креслолар урынлаштырылды, спорт менән шөғөлләнеү өсөн ҡорамалдар ҡайтарылды.
Иң күп сығымдар талап иткән “Урындағы башланғыстар-ға ярҙам” программаһы буйынса Теләш урта мәктәбендә тәҙрәләр алмаштырылды. Яңы уҡыу йылына мәктәп балалар-ҙы яңы тәҙрәләр менән ҡаршы алды.
Ауыл советы бинаһындағы полиция хеҙмәткәре бүлмәһенең тәҙрә һәм ишеге алмаштырылды. Шулай уҡ ошо биналағы ике тәҙрә пластик тәҙрәгә алмаштырылды һәм косметик ремонт яһалды. Бина тирәһе төҙөкләндерелде. Өс арба тупраҡ килтереп, сәскәләр һәм төрлө үҫемлектәр ултыртылды.
Ишәле ауылында ике балалар майҙансығы урынлаштырылды. Ауыл биләмәһендә һуңғы сағыу сара – “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә үткәрелгән район конкурсында ҡатнашыу. Ишәлеләр был мәртәбәле сараға үҙҙәренең кандидатураһын күрһәтергә ҡарар итте. Сара лайыҡлы үтте, бар ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты. Уға әҙерлек барышында Фәниә Тәхәүетдинова ауыл клубы биләмәһен кәртәләргә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Клубтың эсендә уның бүлгән аҡсаһына тамаша залы һәм фойела түшәм тарттырылды, ишек алмаштырылды.
Ауыл биләмәһенең һәр кешеһе үткәрелгән сараларға үҙ өлөшөн индерә. Халыҡ беҙҙең әүҙем, инициативалы, эшлекле. Йәмәғәт башланғыстарына яуаплы ҡарайҙар, алдарына ҡуйылған бурысты намыҫлы үтәйҙәр.
Ауылда тыуып-үҫеп, хәҙерге көндә ситтә йәшәгән ауылдаштар һәм ауыл биләмәһе эшҡыуарҙары Тимерғәзе Фәрхитдинов, Валерий Вәзиров, Алик Ҡотлоев, Илшат Әфризунов, Рәфҡәт Рәхимов, Ким Мансуров, Фәниә Тәхәүетдинова бағыу-сылыҡ ярҙамы күрһәтә. Күптәре ситтән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан, яңы өй һалып, ата-бабалар нигеҙен нығыта.
Ауыл биләмәһе йәштәре йүнсел: мал үрсетәләр, ауыл хужалығы культуралары үҫтерәләр, күптәренең умарталығы бар. Шәхси эшҡыуарҙар Ҡотлоев һәм Вәзировтың ике пилорамаһы эшләй. Илдар Шәрипов бригадаһы һатыуға буралар бурай.
Киләсәккә пландарға килгәндә, Тәкә ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асыу көтөлә. Был йүнәлеш буйынса әҙерлек эштәре бара. “Рәсәй шишмәләре” проектында ҡатнашырға теләгебеҙ бар. Проектты ғәмәлгә ашырыу барышында мәктәп уҡыусыларының, йәштәрҙең, йәмғиәттең экология мәсьәләләренә иғтибары йәлеп ителәсәк, ә был – экологик фекерләүҙе формалаштырыуға һәм экологик мәҙәниәтте үҫтереүгә юл”.