Уның был мауығыуы мәктәп йылдарынан уҡ башлана. Һарыҡ йөнөнән ойоҡ һәм бейәләйҙе беренсе тапҡыр бишенсе класта уҡығанда бәйләй, артабан был шөғөлө яйлап ҙур әйберҙәргә күсә. Ҡатмарлыраҡ моделдәргә тотона: шапка, тапочки бәйләй, һуңынан пальто, костюм, күлдәк, диван япмаларына тотона. Ә салфетка, ултырғыс япмалары, төрлө сувенирҙарҙың иҫәбе-һаны юҡ.
Элек ҡул эштәре, бәйләмдәр буйынса журналдарҙы ауыл ерендә табыу ҡыйын ине, интернет та булманы.
– Өфө ҡалаһында балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләгәндә коллективта рус ҡатыны бар ине. Бик матур бәйләнә, кистәрен уға оҫталыҡ дәресенә йөрөнөм. Бер дәрес – өс һум, ул ваҡытта был ҙур аҡса ине, – тип хәтерләй ул.
Бер кемдә лә булмаған һәм сифатлы әйберҙәр бәйләй белеүе бигерәк тә ауыр, ҡытлыҡ йылдарында кәрәк булып ҡала. Уның ҡул йылыһы һалынған, төрлө еп менән күҙҙең яуын алырлыҡ бәйләмдәренә һәр кемдең күҙе ҡыҙа. Нәзәкәтле ханымдың үҙенә һәм балаларына бәйләнгән килешле әйберҙәрен күреп, ауылдаштары ғына түгел, район халҡы ла заказ бирә башлай. Шулай итеп, һорауҙар буйынса ла бәйләм эшенә тотона.
Тәскирә Мөхәрмәтова ҙур теләк менән биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләрендә ҡатнаша. “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған “Ауылымдың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге” байрамында ла уның эштәренән торған күргәҙмә сараның сағыу биҙәге булды.
Уңған ханым гөлдәр үҫтерергә лә ярата. Өйө оранжереяны хәтерләтә, матурлыҡҡа ғашиҡ кешеләр генә бындай илаһи гүзәллек тыуҙыра алалыр. Йыш ҡына балалары һәм ейәндәре ҡунаҡҡа ҡайта, яратҡан әсәй-өләсәйҙәрен һөйөү-наҙҙары менән һөйөндөрә.