Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәсетле районы юбилейы
18 Сентябрь 2020, 15:45

Ҡулланыусылар кооперацияһы алдынғыһы

Арабыҙҙа һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, түҙемле һәм сабыр итеп эшләгән яҡташтарыбыҙ бихисап.

Яңы Яуыш ауылынан Нурия Сөләймәнова шулар рәтендә. Уның 30 йыллыҡ эш тәжрибәһе, ауыл сауҙа өлкәһендә уңышлы эше “Совет ҡулланыусылар кооперацияһы алдынғыһы”, “Ун беренсе биш йыллыҡ алдынғыһы” билдәләре менән баһаланған. “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре” маҡтаулы исеменә эйә.
Тыуған ауылында башланғыс мәктәп кенә була, шуға ла артабан уҡыуын Яңы Мишәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә, аҙаҡтан Дыуан-Мәсетле ун йыллыҡ мәктәбендә дауам итә. Бер нисә километр алыҫта булған күрше ауылға белем алырға йәйәү йөрөргә тура килә.
– Һуғыштан һуң тормош еңел булманы. Ғаиләлә биш бала тәрбиәләнһә лә, ас һәм яланғас йөрөгәнде хәтерләмәйем. Беҙҙең ата-әсәйҙәр эшһөйәр булды, колхозда алһыҙ-ялһыҙ эшләне, шәхси хужалыҡтары ла булды, – тип хәтерләй Нурия Сәғәҙи ҡыҙы.
Ул бала саҡтан һатыусы булырға хыяллана. Мәктәпте тамамлағас, һис икеләнмәй, Саҡмағош кооперация училищеһына уҡырға инә.
Хеҙмәт юлын тыуған районында башлай. Йәш һатыусыла тырышлыҡ, эште еренә еткереп башҡара белеү һәләтен – ата-әсәһе һалған яҡшы сифаттарҙы күргән райпо етәкселеге уны универмагка галантерея бүлеге мөдире итеп ҡуя.
Аҙаҡтан, хаҡлы ялға сыҡҡансы, ауыл ҡулланыусылар йәмғиәтендә хеҙмәт итә. Етәкселәрҙең төп талабы – килем планын үтәү. Ә ниндәй ысул менән? Әлбиттә, алдан күрә, тауарын тәҡдим итә белеү, һатып алыусыларҙың ихтыяжын өйрәнеү һәм уның теләктәрен ҡәнәғәтләндереү. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына булған эш, асылда иһә, бик еңел дә түгел икән.
– Магазинда тауарҙар ассортименты бик ҙур ҙа түгел ине. Кәрәкле әйбер етешмәй, беҙгә килеп етмәй, шуға ла үҙем Сулея базаһына тауарға йөрөй башланым. Хәтеремдә, өс һумға ҡәһүә алып ҡайта инем. Уны алыр өсөн бөтә райондан килә торған инеләр. Шулай уҡ гәлсәр һауыттар ҙур һорау менән үтте һәм бер йыл эсендә өс йыллыҡ план үтәлде, – тип үткәндәрҙе барлай Нурия Сәғәҙи ҡыҙы.
Тауарҙы килтереү, һатыуҙан тыш, бинаны йылытыу өсөн утын әҙерләү, уны тәртиптә тотоу, буш быяла һауыттарҙы һәм йомортҡа ҡабул итеү ҙә һатыусы иңенә төшә. Үҙенә йөкмәтелгән тынғыһыҙ эшкә яуаплы ҡарай, һайлаған һөнәренә тоғро ҡала.
Нурия Сәғәҙи ҡыҙы тәбиғәте менән изге күңелле, ҡунаҡсыл, алсаҡ. Ул бер ваҡытта ла тик ултырмай. Йылы, йәмле йортона ингәндә мауығып эшләгән ҡул эштәре күҙгә салына – диван өсөн бәйләнгән мендәрҙәр, салфеткалар, кресло япмалары, сәскәләр, сигелгән таҫтамалдар. Бәйләнгән әйберҙәр менән тулған өй күргәҙмәне хәтерләтә. Сәскә үҫтереү менән дә мауыға, буш ваҡытында кроссвордтар сисергә ярата.