Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәсетле районы юбилейы
18 Сентябрь 2020, 14:45

Сәнғәткә бағышланған ғүмер

Иҫке Мишәр ауылы һәләтле халыҡҡа бай. Шуларҙың береһе – Сәкинә Хакова.

Буйға әллә ни ҙур булмаған был һөйкөмлө ҡатын тәү ҡараштан уҡ кешене үҙенә йәлеп итә. Йылмайып ҡаршы ала һәм оҙатып ҡала, уның әйткән һүҙҙәре йөрәккә май булып ята, изге теләктәре кәйефте күтәрә.
Үҙе тураһында һүҙ башлап, Сәкинә Миндибай ҡыҙы тыумышы менән хәҙер инде юҡҡа сыҡҡан Төрөпкилде ауылынан булыуы хаҡында белдерҙе. Ул бала сағынан яҡшы йырлай, шуға ла үҙен сәхнәнән башҡа күҙ алдына килтермәй. Барлыҡ хыялын биләп ала уның йырсы булыу теләге. Әммә әсәһе эшсе һөнәр һайларға кәңәш итә. Бына шуға ул Өфөгә кейем бесеүсе һөнәрен алырға юллана. Бер ваҡыт, әхирәтенә Балтас районына ҡунаҡҡа барып, буласаҡ тормош иптәше Фәрхәт менән таныша. Өйләнешкәндән һуң ғаилә Мәсетле районына күсеп килергә ҡарар итә.
Уҡыуҙан һуң Сәкинә Миндибай ҡыҙы тегенсе булып эшкә урынлаша, әммә хеҙмәте күңеленә ятмай. Һуңыраҡ уны ауыл клубына директор итеп саҡыралар. Йырсы булмай, әммә бар ғүмерен мәҙәниәткә бағышлай. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәни-ағартыу училищеһын ситтән тороп тамамлай.
– Мин үҙемә йөкмәтелгән ышанысты аҡларға тырыштым, – ти ул. – Хеҙмәт юлын башлағанда директор ҙа, художество етәксеһе лә булдым, клубта хужалыҡ эшен дә алып барҙым. Төрлө концерттар һәм саралар: хеҙмәт ветерандарын бүләкләү, егеттәрҙе армияға оҙатыу, төрлө конкурстар һәм спорт саралары, Ватанды һаҡлаусылар, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар, еңеү көндәренә, 1 Май-ға һәм көлкө көнөнә арналған концерттар – был уҙғарған сараларымдың тулы булмаған исемлеге. Әй йылғаһы буйында яланда “Кәкүк сәйе”, ”Ҡарға бутҡаһы” үткәрә торғайныҡ. Һабантуй – бар халыҡтың көтөп алған күңел асыу байрамы, улар беҙҙә гөрләп торҙо. Тирмәләр ҡороп, башҡорт аштары ярышы уҙғарҙыҡ, ауылдың оҫта бешереүселәре бәлеш, эремсектән шәңкә, бауырһаҡ, сәк-сәк әҙерләп ебәрә торғайны. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” осрашыу сараһы уҙғарҙыҡ. Һәр башланғыста ла китапханасы Нурия Камалова, художество етәксеһе Ғәзимә Муллабаева, ауылдаштар ярҙамын тойҙом. Фермала, ялан эшселәре алдында агитбригада менән концерттар ҡуйҙыҡ.
Драма түңәрәге спектаклдәр менән күрше райондарға гастролдәргә сыға.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн Сәкинә Миндибай ҡыҙын “Сосновый бор” шифаханаһына путевка менән бүләкләйҙәр, шулай уҡ путевка буйынса Сочила, Венгрияла, Чехословакияла булып ҡайта.
Бөгөн Сәкинә Хакова – “Ағинәйҙәр” клубының иң әүҙем ағзаһы. Үҙенең бай тәжрибәһен йәш белгестәргә теләп бүлешә.
Хеҙмәт юлында Сәкинә апай тормош иптәше Фәрхәт ағайҙың ярҙамын тойоп бара. Ул ҡатынының хеҙмәтенә аңлап ҡарай. Хаковтар матур итеп өй һалып инә, биш бала тәрбиәләп үҫтерә, уларҙың һәр береһе тормошта үҙ юлын таба.