Яңы Яуыш ауыл биләмәһенән Рәмил Камаловты шуларҙың рәтенә индерергә була.
Ул Иҫке Мишәр ауылында тыуып үҫкән. Бишенсе кластан Мәсәғүт республика лицей-интернатында уҡыуын дауам итә. Мәктәпте тамамлағас, Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжынан юрист һөнәрен алып сыға.
Уҡыу менән бер рәттән милли көрәш ярыштарында ҡатнашып йөрөй. Был спорт төрө уға бәләкәй саҡтан оҡшай. Өфө ҡалаһында, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Рөстәм Зияҡаев менән танышҡас, ныҡлап физик күнекмәләр эшләй башлай. Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы составында ярыштарҙа ҡатнашып, Башҡортостан Республикаһы чемпионы, һуңынан Рәсәй Федерацияһы чемпионы исемен яулай. 2014 йылда көрәш буйынса “Донъя чемпионы” титулына эйә була.
Рәмил Камаловҡа, көслө, ябай, маҡсатҡа ирешеүсән шәхес булараҡ, йәштәр тиңләшә. Шуға ла уны ауылда хөрмәт итәләр, 2019 йылда ауыл биләмәһе депутаты итеп һайлайҙар.
Ул “Мин Иҫке Мишәрҙе яратам” арт-объекты төҙөү инициаторы һәм бағыусыһы. Ауыл халҡы был уйҙы хуплап, етмәгән аҡсаны йыя. Хәҙер был объект Иҫке Мишәр ауылының логотибы.
Рәмил өлгәшкән уңыштарында туҡтап ҡалырға йыйынмай. Себер тарафтарында “Газпром” ойошмаһында һаҡ хеҙмәтендә вахта ысулы менән эшләй, ситтән тороп Өфө дәүләт нефть техник университетында “Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм эксплуатациялау” һөнәрен үҙләштерә.
Атаһы Рафиҡ Радик улы һәм әсәһе Фәниә Самат ҡыҙы – Рәмилдең остаздары. Улар улдарында яҡшы сифаттар тәрбиәләй, һәр яҡлап хуплап, ныҡышмалы булырға, ауырлыҡтарға бирешмәй йәшәргә өйрәтә.