Эш уның өсөн вазифа ғына түгел, ә йәшәү рәүеше булып тора. Тәжрибәле етәксе булараҡ, балалар баҡсаһы гөрләп торһон, тәрбиәселәр ҙур теләк менән эшкә, ата-әсәләр ышаныс менән сабыйҙарын ҡалдырһын өсөн күп көс һала.
Гөлирә Миндибай ҡыҙы тыумышы менән Туҡбайҙан. Яңы Яуыш егетенә тормошҡа сығып, 30 йыл ошо ауылда йәшәй.
Балалар баҡсаһында 1988 йылдан алып эшләй, бер нисә быуын балаларын мәктәпкә оҙата. Ауыл халҡы уны хөрмәт итә һәм ышаныс менән ҡарай. Үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ, ул һәр баланың шәхси һәм ижади һәләттәрен асыуға ярҙам итә.
– Беҙҙең эштә төрлө һөнәр оҫтаһы булырға кәрәк: психолог, художество етәксеһе, биҙәүсе һәм хужалыҡ эштәре мөдире лә, – ти Гөлирә Әбделмәнова.
Балалар баҡсаһының тирәяғы гөл-сәскәгә күмелгән, Гөлирә Миндибай ҡыҙы уны төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнаша. “Айгөл” балалар баҡсаһы райондың уҡыу-тәжрибә участкаһы смотр-конкурсында бер нисә тапҡыр номинацияларҙа беренсе урын ала.
2019 йылда “Айгөл” балалар баҡсаһы коллективы “Театр калейдоскобы” конкурсының I дәрәжә лауреаты булды: Наил Ғәйетбай әкиәте буйынса “Ике һайыҫҡан” постановкаһы тамашасыларҙың күңелен яуланы.
Гөлирә Әбделмәнованың ғаиләһе – ауылда хөрмәтлеләрҙең береһе. Тормош иптәше Фәғил Миндибай улы бар эштә лә уның иң яҡын ярҙамсыһы. Бергә улар өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр, тормош ҡорорға ярҙам итәләр.