Өлгөлө йортто хужаһының оҫта ҡулы менән эшләнгән семәрле тимер ҡапҡа биҙәй. Хужабикә был матурлыҡҡа өҫтәп, төрлө сағыу сәскәләр ултыртҡан. Шуға ла уларҙың өйҙәре алыҫтан күҙгә ташлана.
Фәрүәз Сәрүәр улы бер минут та тик ултырмай. Уның һәр сәғәте секундына тиклем иҫәпләнгән, сөнки ул бер юлы өс эш алып бара: “Айгүзәл” көндәлек кәрәк-яраҡ магазины хужаһы, заказ буйынса тимер изделиелар сүкей, ауыл халҡынан һөт йыйып ала.
Ғаиләнең эш көнө бик иртә башлана – иртәнге һауымды йыйып алып, һөт заводына алып барыу, магазинға аҙыҡ-түлек, кәрәкле тауар килтереү, тимер эше буйынса заказдар булһа, уларҙы ла ваҡытында үтәп өлгөрөү мөһим.
– Барыһына ла үҙем генә өлгөрә алмайым, минең ҡатыным – ҙур ярҙамсы, бухгалтер, ә иң мөһиме, ғаилә усағын һаҡлаусы, – ти Фәрүәз Ғәлләмов.
Ғаилә магазинды 2000 йылда аса. Был ваҡытта Фәр-үәз Сәрүәр улы колхозда тимерсе булып эшләй, ҡатыны Рәзифә Фәхретдин ҡыҙы райпо магазинында һатыу итә. Колхоз бөтә, райпо ябыла. Эшһеҙ ҡалған ғаилә үҙ эшен асырға ҡарар ҡыла. Бөгөн магазин кәрәкле тауарҙары менән ауыл халҡын ҡыуандыра, уларҙы ике һатыусы хеҙмәтләндерә.
2006 йылда ғаилә һөт йыйыу эшен асып ҡарарға була. Был эшмәкәрлек төрө ауыл ерендә бик кәрәкле. Һөттө ике “ГАЗель” автомобилендә ташыйҙар, аҡса ауыл халҡына ваҡытында түләнә.
2017 йылда Фәрүәз Сәрүәр улы, кәрәкле ҡорамалдар алып, тимерсе эшен башлай. Тәүҙә ул үҙенә эшләй, һуңынан ике оҫта ярҙамсы алып, халыҡтан заказдар ҡабул итә.
Ғәлләмовтар ғаиләһе Иҫке Мишәр ауылы тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Улар – ауылда үткән мәҙәни саралар бағыусыһы, балалар майҙансығын төҙөй, мәҙәниәт йорто бинаһы янында Бөйөк Ватан һуғышы тыл эшсәндәренә обелиск эшләп ҡуя.
Фәрүәз Сәрүәр улы оҙаҡ йылдар ветерандар советы рәйесе һәм ауыл биләмәһе депутаты ла булып тора.
Ғаилә йылы сиктәрендә районда үткән сарала Ғәлләмовтар “Иң яҡшы ғаилә-2018” дипломына лайыҡ булды.