Бөтә яңылыҡтар
Мәсетле районы юбилейы
18 Сентябрь 2020, 13:45

Ауыл биләмәһе хакимиәтенең эше – ул, тәү сиратта, халыҡ тураһында хәстәрлек

Район гәзите биттәрендә ауыл биләмәләре халҡы көн-итмеше һәм хакимиәттәрҙең эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Был юлы Яңы Яуыш ауыл биләмәһе тураһында һүҙ барасаҡ.Ауыл биләмәһе халҡы тормошо, киләсәккә пландар һәм бурыстар тураһында ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәтйәнов һөйләй.

“Яңы Яуыш ауыл биләмәһе территорияһында Яңы Яуыш һәм Иҫке Мишәр ауылдары урынлашҡан. Уларҙа 922 кеше йәшәй. Ауыл биләмәһе территорияһында балалар баҡсаһы, мәктәп, ике клуб, китапханалар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, почта бүлексәһе, мәсет, биш көндәлек тауарҙар магазины, фермер хужалыҡтары эшләй.
Яңы Яуыш ауылында урынлашҡан “Айгөл” балалар баҡсаһында ике тәрбиәсе һәм ике тәрбиәсе ярҙамсыһы ҡарамағында 3-7 йәшлек 36 бала йөрөй.
Яңы Яуыш мәктәбендә 87 уҡыусы белем ала. Беренсе сентябрҙән уҡыу йортонда яңы директор – Гөлнара Абдрахманова. Мәктәп коллективы 14 педагогтан тора. Шулай уҡ бында ике техник персонал, гардероб хеҙмәткәре, ҡарауылсы, ике ашнаҡсы, ҡаҙанлыҡ операторы бар. Уҡыусылар барлыҡ олимпиадаларҙа, конкурстарҙа һәм акцияларҙа әүҙем ҡатнаша.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто филиалының өҫтәмә белем биреү педагогы Фәнгизә Ғарипова рәсем буйынса түңәрәк алып бара. Шулай уҡ ауыл клубтарында ла төрлө түңәрәктәр ойошторолған.
Быйыл Иҫке Мишәрҙә модулле яңы ФАП асылды.
Ауыл биләмәһе территорияһында алдынғы фермер хужалыҡтары башлыҡтары Адис Ғәлимов, Фәғилә Һөйәр-ғолова, Илдар Исламов һәм Зилиә Исламова үҫемлекселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә. Динә Дәүләтбаева менән Фәрүәз Ғәлләмов халыҡ хужалыҡтарынан һөт йыя, Гөлфирә Хәлилова Яңы Яуышта икмәк бешереү цехы асты, Фәрүәз Ғәлләмов, Радис Хәлилов һәм Гөлсирә Дәүләтбаева халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Шәхси эшҡыуар Юнир Динов ҡыяр үҫтереү менән шөғөлләнә, Илшат Ғилметдинов үҙ автотранспортында халыҡты район үҙәгенә йөрөтөүҙе ойошторған, Айнур Хисамов менән Фәрүәз Ғәлләмов сүкеп яһалған изделиелар әҙерләү менән шөғөлләнә.
Ауыл биләмәһе халҡы районда һәм урында ойошторолған мәҙәни сараларҙа ҡатнашырға ваҡыт таба.
Ауыл биләмәһе хакимиәте мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткәндә халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә ҡала.
Ауыл биләмәһе территорияһында төҙөкләндереү мәсьәләһе айырым иғтибарға лайыҡ. Был йүнәлештә эш раҫланған план буйынса алып барыла: ауылдарҙың йәмәғәт урындарында сүп үләндәре сабыла, санкцияланмаған сүплектәр йыйыштырыла, халыҡ араһында төҙөкләндереү, өй эргәһе территорияларын тотоу ҡағиҙәләрен аңлатыу буйынса эш алып барыла.
Хакимиәт ҡарамағында административ комиссия эшләй. Уның ағзалары төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы, көнкүреш ҡалдыҡтарын тейешле булмаған урындарҙа ҡалдырыусыларҙы, мал көтөү ҡағиҙәләрен үтәмәүселәрҙе асыҡлай.
Участка уполномоченныйы менән берлектә уңышһыҙ ғаиләләргә рейдтар менән сығабыҙ, спиртлы эсемлектәр менән мауығыусы граждандар, шул иҫәптән ата-әсәләр менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Бәхәсле хәлдәр, төрлө ялыуҙар хәл ителә, янғын хәүефһеҙлеге буйынса аңлатыу эштәре алып барыла.
“Урындағы башланғыстарға ярҙам” проекты буйынса Яңы Яуышта зыярат кәртәләнде һәм буятылды, Иҫке Мишәрҙә Коммунистик урамында юлдың 1570 м өлөшө ремонтланды.
“Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының “Реаль эштәр” проекты буйынса Иҫке Мишәрҙә клуб ремонтланды, мәктәп урамында фонарҙар ҡуйылды. Ауылдар юлдары каток менән тигеҙләтелде. Яңы Яуышта Еңеү паркында тыл эшсәндәренә стела ҡуйылды, бағыусыһы – Рәис Хәлилов. Халыҡ аҡсаһына Яңы Яуыш һәм Иҫке Мишәр ауылдарына ингән урында арт-объекттар ҡуйылды. Әлеге мәлдә Яңы Яуыш ауылының Баҡса урамында һәм Иҫке Мишәрҙең Тау буйы урамында газ үткәргесе һалына. Ауылдарҙа халыҡ көсө менән һәм улар-ҙың аҡсаһына көтөүлектәр кәртәләп алынды.
Ауыл биләмәһе йылдың-йылы үҫешә һәм күркәмләнә, әлеге мәлдә 13 яңы өй һалына. Һәр йома территорияларҙы таҙартыу буйыса шәмбе өмәләре ойошторола.
Ауыл биләмәһе бюджетының сикле булыуы сәбәпле, күп төҙөкләндереү мәсьәләләре әүҙем, инициативалы һәм вайымлы халыҡтың ярҙамы менән хәл ителә.
Ауылдарыбыҙҙың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл иткәндә ҡатнашҡандары һәм ярҙамдары өсөн ауылдарыбыҙ халҡына, ауыл Советы депутаттарына, старосталарға рәхмәт белдерәм”.