Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәсетле районы юбилейы
11 Сентябрь 2020, 16:35

Йәмәғәтселек башланғысында

Ауылда халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Ул ҡатмарлы һәм мәшәҡәтле эштәрҙән һанала, шуға күрә бөтәһе лә уға тотона һалып бармай. Әммә был яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алғандар ҙа бар.

Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһендә һыу менән тәьмин итеү эшен “Инеш” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы алып бара. Ул 2011 йылда ойошторола. Кооперативтың эшмәкәрлеге хаҡында уның бухгалтеры Татьяна Гуштюк һөйләй:
– “Инеш” кооперативының ике һыу башняһы Кесе Ыҡтамаҡ һәм Түбәнге Бобин ауылдарын һыу менән тәьмин итә. Шулай уҡ 11 километр оҙонлоғондағы һыу үткәргес беҙҙең ҡарамаҡта. Кооператив штатында өс хеҙмәткәр эшләй – минән башҡа кассир һәм рәйес.
Торбалар системаһы иҫкергән. Ләкин хеҙмәткәрҙәр төҙөкһөҙлөктәрҙе ваҡытында бөтөрөргә тырыша, профилактик эштәр башҡара. Бының өсөн өҫтәмә эшселәр йәлеп итергә тура килә. Үткән йылда 50 метр торба алмаштырылған, быйыл – 25 метр.
Хеҙмәтләндереүгә түләүҙәрҙе арттырмаҫ өсөн, тарифтар 2016 йыл кимәлендә ҡалған. Татьяна Ивановна ер аҫты һыуына яңы лицензия алыу өсөн документтарҙы рәсмиләштереү өҫтөндә эшләй.
Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк, хужалыҡ килем алыуҙы маҡсат итеп ҡуймаған. Һыу менән тәьмин итеү системаһын хеҙмәтләндереү – төшөм-һөҙ йүнәлеш. Шуға күрә бында эшләгән кешеләр йәмәғәтселек башланғысында эшләй тип әйтһәк тә була.
Бухгалтер вазифаһынан тыш, Татьяна Гуштюк кадрҙар белгесе, юрист, программист вазифаларын да башҡара. Шулай уҡ ул 14 йыл дауамында “Ленинский” ауыл хужалығы кооперативының ашхана мөдире булып эшләй.
Эштең тынғыһыҙ булыуына һәм ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, кооператив ауыл биләмәһе халҡын өҙлөкһөҙ таҙа һыу менән тәьмин итеүен дауам итә.