Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәсетле районы юбилейы
11 Сентябрь 2020, 13:50

Степан Гуштюк: “Беҙҙә тырыш халыҡ йәшәй…”

Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе 1918 йылдың 27 февралендә барлыҡҡа килә. Уның составына өс торама пункт – Кесе Ыҡтамаҡ, Түбәнге һәм Үрге Бобин ауылдары инә. Биләмә Оло Ыҡтамаҡ, Ростов, Ҡорғат ауыл советтары менән сиктәш. Уның дөйөм майҙаны – 3060 гектар. Ауыл биләмәһенең бөгөнгөһө менән уның башлығы Степан Гуштюк таныштырҙы.

– Степан Аурелевич, Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһенең социаль өлкәһе тураһында һөйләгеҙ әле.
– Өс ауылда бөтәһе 1299 кеше йәшәй. Бында үҙәкләштерелгән клуб системаһы, ауыл клубы, почта бүлеге, янғын һүндереү депоһы, урта мәктәп, икешәр китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм балалар баҡсаһы эшләй.
Ауылда йүнсел һәм булдыҡлы кешеләр йәшәй. В. Г. Бервинов, Р. И. Глебова, Р. О. Мигичиян, С. А. Мигичиян, Т. В. Мигичиян шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһендә Мәсетле районындағы иң эре предприятие- ларҙың береһе – “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативы эшләй. Уның эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәр булып үҫемлекселек һәм малсылыҡ тора.
2018 йылдан биләмә территорияһында яңы “Бобинский” кооперативы эшләй. Ул иттән продукция етештереү менән шөғөлләнә.
Ауылдарҙа йәмәғәт ойошмалары – ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтары әүҙем эшләй. Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһендә тырыш, эшсән халыҡ йәшәй. Улар күпләп мал, ҡош-ҡорт, умарта тота.
– Ауыл биләмәләре тураһында һөйләгәндә, беҙ, иң тәүҙә, унда йәшәгән кешеләрҙе күҙ алдына килтерәбеҙ. Һәр ауылдың ғорурланырлыҡ, һоҡланғыс кешеләре бар. Ә һеҙҙә кемдәр улар?
– Беҙҙең ауылдарҙа ла өлгө булырҙай кешеләр бик күп. Бына уларҙың бер нисәһе: ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре Антонина Ивакина (“Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе менән бүләкләнгән), Михаил Кобяков, Михаил Томилов, Анатолий Фуфаев, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре Галина Киселева, профессор һәм тарихсы Владимир Коряков, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Семен Максимов, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ-тың халыҡ мәғарифы отличнигы Галина Максимова, БР-ҙың атҡаҙанған табибы Юрий Томилов, БР-ҙың атҡаҙанған автотранспорт хеҙмәткәре Иван Худяков.
Ижад ауылдаштар тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Бар нәмәнән йәм табып, матурлыҡҡа тартылып йәшәгән кешеләр һоҡланыу уята. Нина Секерина, Татьяна Томилова һәм башҡаларҙың күҙ нурын, ҡул йылыһын һалып сигелгән әйберҙәре, Хәмит Куловтың ағастан изделиелары бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
– Ауыл биләмәһе башлығы булараҡ, алдығыҙға ниндәй маҡсаттар ҡуйғанһығыҙ?
– Ауыл биләмәһенең төп маҡсаты булып ауылдарҙың санитар торошон һәм эстетик йөҙөн яҡшыртыу, йәшелләндереү һәм граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса төҙөкләндереүгә ҡағылышлы проблемаларҙы комплекслы хәл итеү тора. Әлбиттә, был маҡсатҡа ауыл халҡының ярҙамынан тыш ирешеү мөмкин түгел. Шуға күрә Кесе Ыҡтамаҡ ауыл советы территорияһында урынлашҡан ойошма етәкселәренә һәм коллективтарына, төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарға рәхмәт белдерәм.
Ауылдарҙың тышҡы йөҙөн яҡшыртыу маҡсатында аҙна һайын территорияны, шул иҫәптән шишмәләрҙе, йылғаларҙы сүп-сарҙан таҙартыу, ағастарҙы ҡырҡыу буйынса өмәләр үткәрәбеҙ. Ауыл клубы, мәктәп, балалар баҡсалары менән берлектә төрлө акциялар ойошторабыҙ. Ауылдаштар ҙа йорт тирәһен матур һәм үҙенсәлекле итеп биҙәргә тырыша.
Ғәҙәттәгесә йыл һайын йәй һуңында-көҙ башында “Өлгөлө йорт”, “Иң яҡшы урам” конкурстары үткәрәбеҙ. Уларҙы ойоштороуҙа шәхси эшҡыуарҙар ҙур ярҙам күрһәтә. Рәйсә Глебова, Рамзик Мигичиян, “Ленинский” хужалығы – күп сараларҙың әүҙем бағыусыһы.
– Ауыл халҡын ниндәй һорауҙар борсой һәм улар нисек хәл ителә?
– Ауыл биләмәһендә проблемалар бар, әлбиттә. Уларҙы хәл итеүҙә йә аҡса, йә эшсе ҡулдар етешмәй.
Ауыл биләмәһе хакимиәтенең вәкиллек хоҡуғында юлдар, урамдарҙы яҡтыртыу, тротуарҙар, ҡоймалар, балалар майҙансыҡтары, сүплектәр кеүек йәшәйешкә ҡағылышлы мәсьәләләр күп. Улар-ҙың һәр береһендә килеп сыҡҡан проблемаларҙы хәл итергә тырышабыҙ, күбеһендә республика проекттары һәм программалары ярҙам итә. Шуға күрә уларҙа ҡатнашыу мөһим роль уйнай.
2019 йылда урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы сиктәрендә Түбәнге Бобин ауылы “Василек” балалар баҡсаһының ҡыйығына капиталь ремонт эшләнде. Быйыл да Түбәнге Бобин мәктәбе тәҙрәләрен алыштырыу проекты менән әлеге программала ҡатнашып, конкурстың һайлап алыу турын уңышлы үттек.
2020 йылда Кесе Ыҡтамаҡ һәм Түбәнге Бобин ауылдарында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты буйынса Кесе Ыҡтамаҡ үҙәкләштерелгән клуб системаһы территорияһын кәртәләнек.
Үткән йыл ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн 66 контейнер һатып алдыҡ һәм уларҙы ауылдарҙа урынлаштырҙыҡ.
Мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып юлдар тора. Ауыл биләмәһе территорияһында уларҙың оҙонлоғо 17,3 километр тәшкил итә. 2019 йылда – ике, быйыл бер туҡталыш ҡуйҙыҡ. Кесе Ыҡтамаҡ һәм Түбәнге Бобин ауылдарында юлдарҙы ремонтланыҡ, юл билдәләре ҡуйҙыҡ.
– Киләсәккә пландарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ әле.
– Урамдарҙы яҡтыртыу системаһын яҡшыртыу, ауылдарҙы төҙөкләндереү, контейнерҙар һатып алыу, уларға майҙансыҡтар төҙөү, сүплектәрҙе бөтөрөү буйынса эштәрҙе дауам итәсәкбеҙ.