Бөтә яңылыҡтар
Мәсетле районы юбилейы
11 Сентябрь 2020, 16:00

Шахмат – яратҡан шөғөлө

Кесе Ыҡтамаҡ ауылында Виктор Максимовты барыһы ла хөрмәт итә.

Свердловск ауыл хужалығы институтын тамамлағас, ул оҙаҡ йылдар инженер, һуңынан партия комитеты секретары булып эшләй, хаҡлы ялға Кесе Ыҡтамаҡ ауылы хакимиәте башлығы вазифаһынан китә.
Ауылдаштары уны тура һүҙле булғаны өсөн ярата. Ул – дөрөҫлөк өсөн көрәшсе, бер ҡасан да ауыл халҡын борсоған мәсьәләләргә битараф ҡалмай, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер.
Хаҡлы ялда булһа ла, Виктор Семенович ҡул ҡауыштырып ултырмай. Уның яратҡан шөғөлө – шахмат уйыны.
– Элек телевизор һәм интернет булманы, шуға ла бәләкәйҙән шахмат уйнап үҫтек, – ти ул. – Уйындың төп асылы шунда: ул кешенең интеллектуаль һәләтен үҫтерә. Беҙҙең районда бындай спорт төрө менән ҡыҙыҡһынған йәштәрҙең күп булыуы ҡыуандыра.
Виктор Максимов – Мәсетле районының почетлы гражданы, атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Томилов М. И. иҫтәлегенә шахмат турнирын ойоштороусы. Был ярыштарҙа Мәсетле, Дыуан, Балаҡатай, Салауат, Ҡариҙел райондарынан башҡа, Свердловск өлкәһенең Красноуфимск ҡалаһы, Әртә ҡасабаһы һәм Пермь крайы шахматсылары ҡатнаша.
Виктор Семенович өлгөлө ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше Галина Григорьевна менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр, яҡшы белем алырға ярҙам итәләр. Хәҙер ҡыҙҙары Миәс ҡалаһында йәшәй.
Буш ваҡыттарында урманға сығырға ярата. Ҡатыны Галина Григорьевна:
– Йәш сағында урманға бәшмәк-еләк йыйырға ваҡыты булманы, сөнки колхозда уңыш йыйыу осоронда алһыҙ-ялһыҙ эшләргә тура килде уға. Хәҙер шуның өсөн урман-ҡырҙан ҡайтмай, –тип йылмая.