Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәсетле районы юбилейы
11 Сентябрь 2020, 14:25

Үҙ ауылына ғашиҡ кеше

Ауыл старостаһы революцияға тиклемге Рәсәйҙә лә булған һәм властың иң түбән баҫҡысы тип һаналған. Бер нисә быуат үткәндән һуң староста институты ҡабаттан тергеҙелә.

Түбәнге Бобин ауылы старостаһы эшен бер нисә йыл рәттән Николай Чебыкин алып бара. Уның бөтә ғүмере тыуған ауылы менән бәйле: шунда тыуып үҫкән, белем алған, өйләнгән, мәктәпте тамамлағандан һуң трактор руле артына ултыра һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы “Ленинский” кооперативында хеҙмәт итә. Оҙаҡ йылдар тракторсы, һуңынан механик булып эшләй.
Николай Григорьевич һәр саҡ әүҙем була. Йәш сағында коммунистар партияһы ағзаһы итеп һайлана, ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй.
Староста – ауылдаштарының ышанысын, хөрмәтен яулаған, донъяға үҙ уй-ҡарашы булған кеше, уның һүҙен халыҡ иғтибарға ала. Николай Чебыкин тап шундай сифаттарға эйә.Ул ауыл биләмәһе хакимиәте башлығының уң ҡулы, сөнки ауылдаштарын берләштереп, бик күп саралар ойоштороп тора.
– Түбәнге Бобин ауылы старостаһы булыуы әллә ни ауыр түгел, – тип уртаҡлаша әңгәмәсем. – Был беҙҙә “Ленинский” ауыл хужалығының булыуына бәйле. Уның етәксеһе Павел Ватолин тырышлығы менән бөтә килеп тыуған мәсьәләләр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәл ителә.
Бәләкәй ватанын таҙа һәм төҙөк тотоуҙы староста үҙенең төп бурысы тип иҫәпләй. Иртә яҙҙан экологик өмәләр ойоштора. Уның һүҙҙәренсә, йәшәгән урындың таҙа булыуы – матур тормош нигеҙе. Киләсәккә планы – быуаны тәрәнәйтеп, төҙөкләндереп, ял итеү һәм балыҡ тотоу өсөн уңайлы урын эшләү.
– Үҫеп килгән йәш быуындың булғанды ҡәҙерләмәүе, битараф булыуы мине бик борсой, – ти ул. – Беҙ бик матур ерҙә йәшәйбеҙ: эргәлә генә урман, һыу ятҡылыҡтары, саф һауа. Йәштәрҙең тәбиғәтте бысратып, сүп-сар ташлауы күңелде ҡыра.
Бәхеткә ҡаршы, Түбәнге Бобин ауылында үҙ төбәген яратҡан ололар ҙа, йәштәр ҙә бар. Улар ауылды йәшелләндереү, таҙартыу эшендә әүҙем ҡатнаша. Николай Чебыкиндың һәр юбилейы һайын, йәш һанына ҡарап, ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыу йолаға әйләнгән. Үҙе эшләгән хужалыҡтағы машиналар гаражы, шәхси йорт баҡсаһы тирәһенә ағастар ултыртҡан.
Николай Григорьевич ҡатыны Светлана Венниаминовна менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улы Андрей атай-олатай һөнәрен яҡын итеп, тимер эшен һайлай. Ул ауылда ҡалып, ауыл хужалығында иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Ергә булған һөйөү Чебыкиндар ғаиләһендә быуындан-быуынға күсеп килә.
– Бар шундай кешеләр, улар үҫкән ерҙәрендә “тамыр йәйә”, – ти староста. – Беҙ, Чебыкиндар, тап шундайҙарҙан.