Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәсетле районы юбилейы
11 Сентябрь 2020, 17:50

Ауыл эшҡыуары

Үҙ эшеңде ҡала ерендә асһаң, яҡшыраҡ, тип уйларға күнеккәнбеҙ. Сөнки халыҡ иҫәбе күберәк булған һайын, эшҡыуарлыҡты алып барыу варианттары ла күберәк.

Ә ауыл ерендә үҫеш перспективаһы юҡ тип иҫәпләнә. Тик беҙҙең район эшҡыуарҙары үҙ эшен асыу өсөн уңайлы варианттар таба һәм уны бәләкәй генә торама пунктта ла уңышлы алып бара. Шундайҙарҙың береһе – Түбәнге Бобин ауылынан эшҡыуарлыҡ өлкәһендә 12 йыл стажға эйә Рәйсә Глебова.
Ул һөнәре буйынса һатыусы. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 90-сы йылдарҙа Түбәнге Бобин ауылында урынлашҡан райпо магазинында башлай. Башта һатыусы, аҙаҡтан магазин мөдире була. Магазиндар ябылғандан һуң, эшһеҙ ҡала. Ирен дә юғалтҡас, оҙаҡ уйлап тормай, үҙ эшен асырға ҡарар итә. Сөнки уға бер үҙенә ҡыҙын аяҡҡа баҫтырырға кәрәк.
– Башлап ебәреүе еңел булманы, – тип һөйләй Рәйсә Ивановна. – Ләкин мин йәшәрлек булһа ла, аҡса эшләргә тырыштым. Ярҙам итерлек кешем дә юҡ ине... Ул саҡта ауыр ваҡыттар, магазиндарҙа бер нәмә лә юҡ. Эшемде башлап ебәрергә әҙерәк йыйған аҡсам бар ине. Тауарҙы Екатеринбург һәм Пермь ҡалаларында һатып алдым, уларҙы тығыҙлап тултырылған ҙур сумкаларҙа йәмәғәт транспортында ташыным. Башта баҙарҙа һатыу иттем, аҙаҡтан ҡуртымға бина алдым һәм унда көндәлек тауарҙарын һатыу буйынса магазин астым. Шулай итеп, үҙ эшемде алып барҙым, ҡыҙымды үҫтерҙем.
Ваҡыт үтеү менән ҙур булмаған бизнесы уға килем килтерә башлай. Ә был, үҙ сиратында, ассортиментты киңәйтеү һәм хеҙмәткәрҙәр штатын арттырыу мөмкинлеген бирә.
Әлеге ваҡытта бөтә ауырлыҡтар артта ҡалған. Тормош ҡайнап тора. Ул хәҙер ике магазин хужаһы. Һатыу итеү нөктәләрендә аҙыҡ-түлек, хужалыҡ тауарҙары, кейем-һалым кеүек бөтә нәмә бар. Был ауыл халҡы өсөн бик уңайлы.
Рәйсә Ивановнаға үҙ эшен алып барған ваҡытта күп кенә ҡатмарлыҡтар менән осрашырға тура килә. Ләкин ул, теләк булғанда, бар маҡсаттарға ла ирешергә мөмкин, иң мөһиме – башларға, ти. Шул уҡ ваҡытта эшҡыуар социаль миссия тураһында ла онотмай. Төрлө сараларға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә, ауыл биләмәһе тормошонда әүҙем ҡатнаша. Буш ваҡытында ире менән балыҡҡа йөрөргә ярата, кистәрен ҡул эше менән шөғөлләнә. Ул ике балаға әсәй һәм өс ейәнгә өләсәй.