Мәсетле тормошо
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Умартасылар нәҫеле

Яңы Мишәр ауыл биләмәһендә эшкә уңған кешеләр бик күп. Шу-ларҙың береһе – умартасы Руслан Мөхәмәтйәнов.

Ул ҡортсолоҡ эшенә оҙаҡ йылдар бал ҡорттары тот-ҡан атаһынан өйрәнә. Уның Ирек һәм Зиннур туғаны ла был һөнәрҙе үҙ итә. Улар ҙа оҙаҡ йылдар ҡорт ҡарай.
Руслан Рәшат улы изге күңелле, тыныс холоҡло. Шуға ла ығы-зығы яратмаған бал ҡорттары менән эшләүе еңелдер уға.
– Бал элек-электән туҡлыҡлы һәм шифалы аҙыҡ булып иҫәпләнә, – ти Руслан Рәшат улы. – Уны дарыу урынына ҡулланғандар, эсемлектәр эшләгәндәр, ҡамыр аштарына ҡушҡандар. Балауыҙын төрлө техник маҡсаттарҙа ҡулланалар. Бал ҡортоноң ағыуы ла шифалы үҙенсәлеккә эйә, уны байтаҡ ауырыуҙарға ҡаршы файҙаланалар.
Руслан Рәшат улы башҡорт тоҡомло бал ҡорттарын 30 йыл дауамында үрсетеп килә. Алты умартанан башлаған эше хәҙер инде йөҙ башҡа еткән. 2013 йылда башҡорт тоҡомло 80 баш һатып алған, умарталар әҙерләү һәм бал һыҡтырыу өсөн урындар булдырған. Йыл һайын туҡранбаш, люцерн, ҡандала үләне, фацелия һәм башҡа төр үләндәр сәсә. Шунлыҡтан ул төрлө сортлы шифалы бал ала.
Уның тәмле һәм сифатлы балын ауылдаштары һәм район халҡы ҙур теләк менән һатып ала.
Ҡатыны Зилә Тимерғәле ҡыҙы һәр яҡлап та ирен хуплай. Бергәләп улар ике ул тәрбиәләйҙәр. Балалар ҙа ҡортсолоҡ менән мауыға, аталарының һәм олаталарының эшен дауам итергә әҙер.