Бөтә яңылыҡтар

Оҫта ҡуллы Гөлфиә

Яңы Мишәр ауыл клубында 2012 йылдан бирле Эльвира Латыпова ойошторған “Ҡомартҡы” тамбурлы сигеү клубы эшләп килә.

Ул онотолған милли биҙәктәрҙе тергеҙеү менән шөғөлләнә. Шуныһы ҡыуаныслы, коллектив составында йәштәр ҙә бар. Шуларҙың береһе – Аҙанғол ауылынан мәҙәни сараларҙы ойоштороусы белгес Гөлфиә Ниғмәтуллина.
Ул Свердловск өлкәһенең Красноуфимск районында үткән Урта Урал халыҡтары көнөндә, Башҡортостан Республикаһы “Гөлистан” милли костюмдар конкурсының биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша. “Өфө. Арт. Һөнәр” һөнәрмәндәр фестивалендә тамбурлы сигеү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғара.
Гөлфиә Вәдит ҡыҙына мәктәп йылдарында уҡ ҡул эштәре оҡшай. Ырғаҡ һәм энәләр менән сәскәләр, ултырғыс япмалары, кофта, шәл бәйләй. Тамбурлы сигеү эшенә “Ҡомартҡы” коллективына килгәс тотона.
– Сәжидә Ханова, Рәтифә Ғарипова кеүек ҡул оҫталарының эштәре мине илһамландырҙы. Урындағы халыҡтың биҙәү өлгөләренән тыш, башҡа ил халыҡтарының да биҙәктәрен өйрәнәм. Уларҙы күлдәк, алъяпҡыс, таҫтамал сиккәндә ҡулланам. Минең тәүге эшем – “Мин башҡортса кейенәм” район конкурсында икенсе урын алды, – тип уртаҡлашты ҡыуаныстары менән.
Гөлфиә Вәдит ҡыҙы ҡул эштәренең төрлө ысулдары менән мауыға. Артабан үҙенең өйрәнгәндәрен башҡалар менән уртаҡлаша. Оҫталыҡ дәрестәре уҙғарып, ауылдаштарын сәскә төрлө биҙәүестәр эшләргә, “декупаж” техникаһы серҙәрен өйрәтә. Еңеү көнө байрамына бутоньеркалар әҙерләгәндәр.
Гөлфиә Вәдит ҡыҙының тағы ла бер яратҡан шөғөлө бар – ул сәскәләр үҫтереү. Уның өйө эстән дә, тыштан да гөл-сәскәләргә күмелеп ултыра. Элегерәк шиғырҙар ҙа ижад иткән, улар “Мәсетле тормошо” гәзите биттәрендә донъя күргән.
Тормош иптәше Радик Данис улы менән ике ҡыҙ һәм ул үҫтерәләр.
Ҡыҙҙары Наҙгөл һәм Гөлгөнә лә тамбурлы сигеү эштәре менән мауыға.