Бөтә яңылыҡтар

Эшҡыуарҙар ғаиләһе

Яңы Мишәр ауылынан Ғайсиндар ғаиләһен районда аҙҙар ғына беләлер, әммә күптәре улар бешергән икмәкте тәмләп ҡарағандыр.

Улар айына 18 мең икмәк һәм 4 мең күмәс-бәлештәр бешерә. Етештергән продукцияны Оло Ыҡтамаҡтағы “Сәләм”, Йонос, Айып, Ләмәҙтамаҡ, Ҡотош, Һөләймән, Иҫке Мишәр, Кәшкиәк, Октябрьск магазиндарына алып баралар. Шулай уҡ күрше райондағы Дүшәнбикә, Туҡай, Һарығул, Түбәнге Ҡыйғы, Йосоп ауылдарына ла һатыуға сығаралар. Эшҡыуарҙар халыҡты сифатлы икмәк менән тәьмин итеү өсөн әсетке етештереү ысулдарын ҡулланып, бар көсөн һалып эшләй.
Азат Ғайсин үҙенең тормош тарихы менән дә бүлеште. Был эшен күптән түгел генә асҡан булып сыҡты. Ҙур эште башлауға 10 йылдан ашыу Яңы Мишәр ауылында “Лера” көндәлек кәрәк-яраҡ магазинын асып һатыу итеүсе ҡатыны Юлиә Юлай ҡыҙы этәргес көс бирә.
Юлиә Ғайсина һөнәре буйынса уҡытыусы. Магнитогорск дәүләт университетының психология һәм мәктәпкәсә белем биреү факультетын тамамлай. Яңы Мишәр мәктәбендә секретарь булып эшләй. Шул уҡ мәктәптә Азат Юлай улы тракторҙа йөрөргә өйрәтеү буйынса инструктор була. Яҙмыш ҡушыуы буйынсалыр инде, уларҙың юлдары артабан бергә китә.
Өйләнешкәс Златоуст ҡалаһына күсеп китәләр. Тыуған яҡтарын ныҡ һағыналар, шуға ла ауылға ҡайтыу уйы уларҙы ташламай. Кире әйләнеп ҡайтҡас, Юлиә уҡыған һөнәре буйынса эш тапмай һәм үҙ эшен асырға ниәт итә. Ул ваҡытында буш торған машина гаражын бушҡа ҡулланырға биргән Юрис Латыповҡа рәхмәтле. Бинаны рәтләп, ҙур булмаған магазин аса.
– Тәүге биш йыл иң ауыры булды, – тип хәтерләй Юлиә. – Бурыстарҙы ҡайтарыу, яңы ҡорамалдар һатып алыу өсөн Азат себер тарафтарына эшкә китергә мәжбүр булды. Бөтә килем магазинды үҫтереүгә тотонолдо.
Тынғыһыҙ һәм тырыш хеҙмәтте үҙ иткән Ғайсиндарҙы ауылдаштары хөрмәт итә. Икмәкхана асылыу менән яңы эш урындары ла булдырылған.
Ғайсиндар ихлас күңелле, алсаҡ ғаилә. Өйҙә һәм эштә һәр ваҡыт бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәй-ҙәр.
Ағымдағы йылда улдары Данил Яңы Мишәр ауылындағы мәктәпте тамамлаған, ә ҡыҙҙары беренсе класҡа барырға йыйына. Ғайсиндар мәктәптең даими бағыусыһы, сөнки улар өсөн балаларға белем биреү – иң ҙур бурыс.