Бөтә яңылыҡтар

Ауыл фельдшеры сәғәткә ҡарамай

Яңы Мишәр ауыл биләмәһе халҡы ауылдан ситкә, бигерәк тә район дауаханаһына, киҫкен осраҡта ғына сыға. Һаулыҡтарына бәйле ниндәй генә проблема килеп сыҡмаһын, улар фельдшер-акушерлыҡ пунктына мөрәжәғәт итә.

Ауыл ФАП-ында фельдшер Лена Шәфиҡова һәм шәфҡәт туташы Розалия Камалова (һүрәттә һулдан уңға) эшләй.
Лена Радил ҡыҙы фельдшер булып уҙған йылда эш башлай, “Ауыл табибы” программаһында ҡатнаша.
Ауыл ерендә эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ял, байрам көнө тигән төшөнсә юҡ икәнен барыһы ла белә. Тәүлек әйләнәһе, һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, улар беренсе булып ярҙамға ашыға.
Фельдшерҙар ҡарамағындағы биләмәләрҙә – Яңы Мишәр, Ясин, Көршәле ауылдарынан 800 кеше иҫәптә тора. Шулай уҡ йөклө ҡатындар һәм яңы тыуған сабыйҙар уларҙың күҙәтеүе аҫтында.
Ауыл фельдшер-акушерлыҡ пункты хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы тыңлаусы ла булырға тура килә, сөнки йыш ҡына уларға килеүселәр шатлыҡтары һәм борсоған һорауҙары менән уртаҡлаша. Ә улар үҙ сиратында һәр береһен сабыр ғына тыңлай, кәңәштәр бирә. Яҙыу, документ тултырыу кеүек “ҡағыҙ” эше лә күп ваҡытты ала. Ә инде пунктҡа килгән кеше яҡшы кәйеф менән ҡайтып китһә, бөтә ауырлыҡтар юҡҡа сыға.
– Беҙҙең ауыл биләмәһендә кеше күңелен аңлай белгән халыҡ йәшәй, – ти шәфҡәт туташтары. – Улар бер-ҙәм һәм ярҙамсылдар. Беҙгә, медицина хеҙмәткәрҙәренә, ихтирам менән ҡарайҙар.
Халыҡ фельдшерҙарҙың эше менән ҡәнәғәт, тик уларҙы пункт бинаһының иҫке булыуы, унда газ һәм һыуҙың булмауы ғына борсой. Шулай ҙа ауырыуҙар менән уртаҡ тел таба белгән, уларҙың психологияһын аңлаған, тәндәренә генә түгел, йәндәренә лә шифа биргән хеҙмәткәрҙәр киләсәктә матур, яңы бинаның төҙөлөрөнә ышана.