Бөтә яңылыҡтар

Ауыл биләмәһе башлығы менән – мөһим мәсьәләләр тураһында

Яңы Мишәр ауыл биләмәһе районда иң яҡшылар иҫәбендә. Бында хакимиәт, мәктәп, мәҙәниәт йорто, ауыл хужалығы һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре бергәләп эшләй. Уның менән Баймөхәмәт Ғүмәров етәкселек итә. Ул биләмә территорияһында башҡарылған эштәр һәм ауыл халҡы тураһында һөйләне.

– Баймөхәмәт Нурмөхәмәт улы, биләмәлә күпме кеше йәшәй?
– Дүрт ауылда 384 йортта бөтәһе 1022 кеше йәшәй. Уларҙың 244-е – пенсионерҙар, 302-һе – балалар. Күп балалы 22 ғаиләлә 73 бала тәрбиәләнә.
– Биләмәнең социаль өлкәһе тураһында һөйләгеҙ әле.
– Территорияла ике клуб, китапхана, ике фельдшер-акушерлыҡ пункты, почта, пилорама, ике мәсет, алты магазин эшләй. Шулай уҡ урта мәктәп бар. Унда 15 уҡытыусы уңышлы ғына хеҙмәт итә. “Умырзая” балалар баҡсаһы коллективы биш хеҙмәткәрҙән тора. Уға 30-ҙан ашыу бала йөрөй.
Беҙҙең биләмәлә райондағы иң эре ауыл хужалығы предприятиеларының береһе – “Йондоҙ” ЯСЙ-һы эшләй. Унда бөтәһе 57 кеше хеҙмәт итә.
– Ә шәхси хужалыҡтар ни хәлдә?
– Шәхси ауыл хужалығын алып барыу маҡсатҡа тап килмәй, тигән фекер булыуға ҡарамаҫтан, биләмә халҡы өсөн ул йәшәү рәүешенең айырылғыһыҙ бер өлөшө, өҫтәмә килем сығанағы булып тора. Ун баштан да күберәк һыйыр малы тотоусы ғаиләләр бар.
– Төҙөкләндереү буйынса үткән һәм ағымдағы йылда башҡарылған эштәрҙе нисек баһалайһығыҙ?
– Хакимиәт эшендә торама пункт-тарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһе иң мөһимдәрҙең береһе булып тора. Үткән йыл урындағы башланғыстарға ярҙам күрһәтеү программаһы буйынса Яңы Мишәр мәктәбенең ҡоймаһы алмаштырылды. Көршәле ауылында бер километр оҙонлоғонда юл ремонтланды.
Үткән йыл бөтә ил буйлап сүп-сар реформаһы старт алды. Шуға бәйле сүплектәрҙе бөтөрөү буйынса эштәр башланды, 62 контейнер ҡуйылды. Республика бюджетынан торама пункттарҙы төҙөкләндереүгә бүленгән аҡса урамдарҙы яҡтыртыуға сарыф ителгән электр энергияһына түләүгә, фонарҙар ремонтлауға, контейнерҙар һатып алыуға, янғын гидранты ҡуйыуға йүнәлтелде.
Ағымдағы йылда “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проектына ярашлы, Яңы Мишәр ауыл мәҙәниәт йорто бинаһында тәҙрәләр һәм ишектәр алыштырылды. Быйыл да урындағы башланғыстарға ярҙам күрһәтеүсе программаның һайлап алыу конкурсын уңышлы үттек. Ошо көндәрҙә ауыл халҡы көсө менән зыяратты кәртәләү буйынса эштәрҙе башлаясаҡбыҙ.
Төҙөкләндереү проблемаһы – ул тик аҡсаға ғына ҡайтып ҡалмай. Бында кешеләр ҙә ҙур роль уйнай. Сөнки һәр торама пункттың төҙөклөгө туранан-тура халыҡтың ихтыярына, дәртенә, ҡыҙыҡһыныусанлығына бәйле. Был проблемаға биләмә халҡының күпселеге аңлап ҡарай һәм йорт тирәһен тейешле тәртиптә тота. Бының өсөн уларға рәхмәт белдерәм. Старосталар Рифат Хәкимов, Илгиз Хажиев һәм Фаиз Муллабаевтарҙың эшен билдәләп үтке килә. Улар биләмәлә өмәләр ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Мәсет территорияһын төҙөкләндереүҙә шәхси эшҡыуар Руслан Мөхәмәтйәнов ҙур ярҙам күрһәтә. Быйыл ауыл халҡы тырышлығы менән Яңы Мишәрҙә Дан аллеяһы барлыҡҡа килде. Уның инициаторы булып Марсель Ғәлләмов сығыш яһаны. Бағыусылыҡ ярҙамын уның улы Булат күрһәтте.
“Йондоҙ” хужалығы, биләмә хакимиәте, мәктәп һәм мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ ауыл халҡы тырышлығы менән экологик өмәләр үтте. “Йәшел Баш-ҡортостан” проекты сиктәрендә шыршы, миләш, сейә ағастары ултыртылды.