Бөтә яңылыҡтар

Атаһының эшен дауам итә

Йәштәр ситкә китә, тип күптәр зар һала. Ә Яңы Мишәр ауылында киреһенсә – йәштәр ауылға кире ҡайта.

Йәш эшҡыуар Булат Ғәлләмов атаһының һөт йыйыу эшен дауам итеп, 2017 йылда крәҫтиән хужалығын рәсми теркәй һәм үҙ эшен башлай. Атаһы Марсель Сәрүәр улы был тармаҡта 2006 йылдан бирле эшләгән. Шуға ла ул яңы эш башлаған фермерға тәжрибәле остаз.
Әлеге көндәрҙә көнөнә 4-5 тонна һөт йыйыла. Иртән-иртүк цистерналар ҡуйылған өс ГАЗель машинаһы Мәсетле районының Тайыш, Аҙанғол, Көршәле, Яңы Мишәр, Ясин, Ғүмәр ауылдары һәм Ҡыйғы районының Йосоп, Кандаковка, Мәсәк, Солтан һәм Түбәнге Ҡыйғы ауылдары буйлап сығып китә.
Һөт тапшырыу – ауыл ерендә мал тотҡан кешегә өҫтәмә килем сығанағы. Шуға ла ауыл халҡы тапшырған һөт өсөн ваҡытында иҫәпләшкән Булат Ғәлләмовтың эше менән ҡәнәғәт. Хужалыҡта ике водитель эшләй.
Йәш эшҡыуар ауыл биләмәһендә үткән йома өмәләрендә лә әүҙем ҡатнаша. Яңыраҡ ул Дан аллеяһын булдырыуҙа ярҙамлаша, ауылдаштары менән бергә йүкә, шыршы үҫентеләре ултырта. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған һәйкәлде ҡуйыуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
Булаттың тормошонда улы Әлихандың тыуыуы иң ҙур ҡыуаныс булып тора. Уны тәрбиәләү менән һөйөклө ҡатыны Ләйсән шөғөлләнә.