Бөтә яңылыҡтар

Уңған да, әүҙем дә улар

Ҡорғат ауылында бер өй йыраҡтан иғтибарҙы үҙенә йәлеп итеп тора. Уның янынан уҙған саҡта гүзәллегенә һәм мөһабәтлегенә һоҡланмау мөмкин түгел. Матур тимер ҡойма артында иҫ китмәле гөлдәр үҫә. Алыҫтараҡ ағастан эшләнгән, шулай уҡ төрлө гөлдәр менән уратылған беседка күренә.

Был матур йортта Зилира һәм Рәис Ғиниәтуллиндар йәшәй. Улар тирә-яҡты оҫта итеп йәмләп тормош көтә.
Халыҡ араһында күп белгән һәм оҫта ҡуллы, булған белемдәрен көндәлек тормошта ҡулланған кешеләрҙе “алтын ҡуллы” тип йөрөтәләр. Рәис Ғиниәтуллин да шундайҙарҙың береһе. Ул бар эшкә лә оҫта. Иҫ китмәле матур беседканы һәм тимер ҡойманы үҙ ҡулдары менән эшләгән.
Оҫталығы бының менән генә сикләнмәй. Тракторына кәрәк һабан, тырма һәм башҡа ҡорамалдарҙы ла үҙе эшләгән. Бәләкәй мини-тракторҙы, уға картуф ултыртыу ҡоролмаһын да йыя. Йыйған ҡоролмалары хужалыҡта бик кәрәк. Ә хужалығы бәләкәй түгел – ике һыйыр, үгеҙҙәр, һарыҡтар, ҡош-ҡорт.
Ҡатыны Зилира ла эшһөйәр, уңған, уйлап сығарырға оҫта. Ире эшләгән беседканы сәскәләр менән уратып алған, томбойоғо үҫкән бәләкәй генә быуаһы ла бар.
Ғиниәтуллиндар ауыл эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Шәмбе өмәләре уларҙан башҡа үтмәй. Быйыл улар ботаҡтарҙы сығарыу, шишмә таҙартыу эшендә әүҙем ҡатнашты.