Алик Зиялетдинов 23 йыл тыуған Чкалов исемендәге колхозда тракторсы, комбайнсы булып эшләй. Колхоз тарҡалғас, эшен ташларға теләмәй, шуға ла 2007 йылда үҙ крәҫтиән-фермер хужалығын асырға ниәтләй. Бөтә ауырлыҡтарға, уңышҡа-уңышһыҙлыҡҡа ҡарамай, хужалыҡ эшен үҫтереүҙе дауам итә. 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса район конкурсында “Иң яҡшы фермер” номинацияһында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ булды.
Ул эште ике тармаҡта алып бара: үҫемлекселек һәм малсылыҡ. Ағымдағы йылда баҫыуҙа төрлө иген культуралары сәселгән. Уңыш йыйып алын-ғас, уны һатыу планлаштырылған.
13 ит тоҡомло һыйыр, үгеҙ һатып алынған. Хужалыҡта 13 быҙау үҫә.
Атаһының яратҡан эшен ике улы – Илдус менән Рәдиф дауам итә.
Илдус Зиялетдинов 2011 йылда үҙ фермер хужалығын аса. Быйыл 620 гектар ерҙә иген культуралары сәскән.
Рәдиф Зиялетдинов та 2019 йылда үҙ эшен аса. 3 миллионлыҡ грант отоп, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып ала.
Әлеге ваҡытта фермерҙарҙың ҡыҙыу урып-йыйыу эше мәле. Яуған ямғыр эште бер аҙ туҡтатып торһа ла, техника артабан эшләргә әҙер.
Ҙур хужалыҡта үҙҙәре генә етешә алмай, шуға ла эшселәр ярҙам итә. Шуларҙың өсәүһе даими рәүештә эшләһә, ҡалғандары миҙгелле эшселәр.
Крәҫтиән эше еңел һәм килемле тип әйтеүе генә анһат. Тик Зиялетдиновтар ғаиләһен бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар туҡтатмай. Крәҫтиән эшенә, ергә булған һөйөү уларҙың ҡанында.