Ҡорғат ауыл биләмәһенә Ҡорғат, Юлай, Тимербай ауылдары инә. Үҙәге – Ҡорғат. Биләмә район үҙәгенән 32 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Барлығы 463 кеше йәшәй.
– Илфат Рәфҡәт улы, ауыл биләмәһендә халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу буйынса ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Ауыл биләмәһе хакимиәтенең эше – ул, тәү сиратта, унда йәшәгән халыҡ тураһында хәстәрлек күреү. Территорияны төҙөкләндереү мәсьәләһе лә айырым иғтибарға лайыҡ. Быйыл урам яҡтыртҡыстарын ремонтланыҡ, 20 фонарь ҡуйҙыҡ.
Ауыл биләмәһендә сүп сығарыуҙың яңы системаһына күсеү әүҙем алып барыла: бөгөнгә 36 контейнер һатып алынған һәм майҙансығы эшләнгән.
2019 йылда “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса ауыл советы территорияһы сүкеп яһалған ҡойма менән кәртәләп алынды, тимер бағаналар ҡуйылды.
Юлай ауылында Урал һәм Колхоз урамдарының юлдары ремонтланды. Ауыл халҡы ярҙамы менән йылға аша аҫылмалы күперҙе өлөшләтә ремонтланыҡ.
Аҡа йылғаһы аша күпер төҙөү ахырына яҡынлаша. Ҡорғат халҡы өсөн мөһим был объект район хакимиәтенең һәм республика хөкүмәтенең финанс ярҙамы менән мөмкин булды.
– Ҡорғат ауыл биләмәһендә урынлашҡан мәғариф учреждениеларында ниндәй яңылыҡтар бар?
– Ҡорғат урта мәктәбендә 40 бала белем ала. Тәжрибәле һәм ауылда хөрмәтле директор Рөстәм Фәтихов етәкселегендә туғыҙ уҡытыусы, ике техперсонал, автобус водителе, дүрт кочегар эшләй. Рөстәм Барый улы етәкселек иткән осорҙа “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса ике йыл эсендә мәктәптә иҫке тәҙрәләрҙе яңыһына алмаштырҙылар. “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй партияһының “Реаль эштәр” программаһы буйынса мәктәпкә ингән урында ишектәр алмаштырылды, бинаға санузел үткәрелде. Мәктәп территорияһы ла тәрбиәле: сәскәләр ултыртылған, үҙ баҡсалары бар.
“Сулпан” балалар баҡсаһына 15 тәрбиәләнеүсе йөрөй. Уларҙы тәрбиәселәр Әлфиә Рәхмәтуллаева менән Әлфирә Ғәлимйәнова ҡарай, ашнаҡсы булып Гөлфинә Аҡмалова эшләй. Быйыл “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй партияһының “Реаль эштәр” проекты буйынса веранда ҡуйыла.
– Ауыл биләмәһе инфраструктураһы тураһында ни әйтерһегеҙ?
– Ауыл биләмәһе территорияһында фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Унда күптән түгел Ләлә Григоренко фельдшер булып эшләй башланы. Яңы ғына эшләй башлауына ҡарамаҫтан, ул үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөрҙө: эшен намыҫлы башҡара, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә. Ҡорғаттар уның хеҙмәтенән ҡәнәғәт.
Рәүилә Хажиева етәкселегендәге почта бүлексәһенә аҙнаһына өс тапҡыр почта килтерәләр. Гәзит таратыусы Олеся Квитчинская менән яйға һалынған эш һөҙөмтәһендә корреспонденция ваҡытында халыҡҡа алып барып еткерелә.
Ҡорғатта мәсет урынлашҡан. Унда имам Рәүил Әбдрәхимов етәкселегендә төрлө дини ғәмәлдәр, йома вәғәзе уҙа.
Ауыл биләмәһе территорияһында шәхси эшҡыуар Зиялетдинованың “Миләш” һәм шәхси эшҡыуар Мәүликаеваның “Лилиә” магазиндары халыҡты көндәлек кәрәк-яраҡ һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә.
– Һеҙҙә ауыл хужалығы тармағы нисек үҫешә?
– Беҙҙең ауыл биләмәһе территорияһында Илдус һәм Рәдиф Зиялетдиновтар крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары алып баралар. Крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Рәдиф Зиялетдинов өс миллион грант отоп, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар һатып алды. Быйыл улар 700 гектар ергә иген культуралары сәскән. 2019 йыл йом-ғаҡтары буйынса “Иң яҡшы фермер” номинацияһында Алик Мәүләүи улы Зиялетдинов “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тип танылды.
Ауыл халҡы мал ҡарай, йорт ҡоштары, бал ҡорттары үрсетә, шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып бара.
– Мәҙәниәт йорто эшмәкәрлеге хаҡында нимәләр әйтерһегеҙ?
– Ауыл мәҙәниәт йорто Ҡорғат ауылы үҙәгендә урынлашҡан. Мәҙәниәт учреждение-һының төп маҡсаты – халыҡтың ялын ойоштороу, уларҙы ижадҡа, мәҙәни үҫешкә, һәүәҫкәр сәнғәткә йәлеп итеү.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ауылда төрлө тематик саралар үтте. “Еңеү салюты” халыҡ ижады фестивале сиктәрендә Ҡорғатта тантаналы концерт булды һәм фестиваль штандарты, мәңгелек ут капсулаһы артабан тапшырылды. Тамашасылар ватансылыҡ тойғоһо һәм батырҙар рухы менән һуғарылған һуғыш йылдары йырҙарын, шиғырҙарҙы күҙ йәштәре аша тыңланы. Концерт үҙебеҙҙең ветерандар тураһында матур видеоролик һәм слайдтар менән биҙәлеп барҙы. Яу яланында ятып ҡал-ған һәм һуғыштан ҡайтып вафат булған ветерандарыбыҙҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ. Концерт һәр кемдең күңелендә тәрән тәьҫорат ҡалдырҙы.
Тыл эшсәндәре Рафаэль Тәхәүетдиновҡа, Шәмсиямал һәм Рафаил Хөрмәтуллиндарға, Фәймә Шакироваға Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдары тапшырылды.
22 июндә, Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан мәрхүм ауылдаштар иҫтәлегенә стела асылды. Унда ауыл халҡы матди һәм финанс ярҙам күрһәтте, ситтә йәшәгән ауылдаштар ҙа битараф ҡалманы. Был эште ойоштороп ебәреүселәр – Фәниә Илһам ҡыҙы, Рәлиф Рафаэль улы, Денис Рәлиф улы Тәхәүетдиновтар.
– Ауылдарҙы таҙа һәм тәртиптә тотоу өсөн нимәләр башҡарыла?
– Ауылдарҙы таҙа тотоу өсөн бар халыҡ тырышлыҡ һала, улар төҙөкләндереү буйынса шәмбе өмәләрендә һәм сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Шәмбе өмәләрен ойоштороуҙа һәм уҙғарыуҙа Илдус һәм Рәдиф Зиялетдиновтар, Рифат Ғиниәтуллин, Рәис Әхйәмов, Ратмил Камалов, Радик Ҡәйүмов, Раил Тәхәүетдинов, Миҙхәт Әхтәров, Сәғит Шакиров, Ҡорбанғәли һәм Рәис Ғәлимовтар, Илгиз Байсарин, Арсен һәм Артур Рәхмәтуллаевтар, Владимир Григоренко айырыуса ҙур ярҙам күрһәтәләр.
Ауылдың Әлфирә Ғәлим- йәнова рәйеслегендәге 12 кешенән торған ҡатын-ҡыҙҙар советы ла әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара. Бигерәк тә Рәйфә Ғиниәтуллина, Рәйсә Йоносова, Рида Йыһангирова, Нәжиә Фәрхетдинова, Мөршиҙә Мәүликаева, Айһылыу Сахаева ҙур әүҙемлек күрһәтәләр.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында клуб территорияһындағы мәҙәниәт паркында 40 үҫенте ҡарағай менән 20 төп шыршы ултыртылды.
Яҙ Ҡорғат һәм Юлай ауылдары зыяраттарында өмә уҙғарҙыҡ. Халыҡтың дәррәү эше һөҙөмтәһендә улар таҙарып ҡалды.
– Киләсәккә пландарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ әле.
– Быйыл тәү тапҡыр “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға уйлайбыҙ. Ауыл биләмәһендә бар саралар ҙа халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм традицияларын тергеҙеү, халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү маҡсаты менән ойошторола. Күптән түгел “Мин айыҡлыҡ яҡлы” акцияһы барышында сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға өндәгән буклеттар таратып сыҡтыҡ.