Бөтә яңылыҡтар

Ғүмерҙәрен изге һөнәргә бағышлағандар

Ер йөҙөндә династиялар бик күп. Араларында киң таралғаны – уҡытыусылар династияһы. Педагог һөнәре кешенең белемле булыуын ғына талап итмәй, был эштә рух көсө, сыҙамлылыҡ та кәрәк. Эштең ауыр һәм ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, был һөнәрҙе һайлаған кешеләр бар әле.

Мәҫәлән, Ҡорғаттағы Фәтиховтар ғаиләһе. Хеҙмәт эшмәкәрлеге буйынса уларҙы уҡытыусылар династияһы тип йөрөтәләр.
Династияны Йәмилә Фәтихова (Минниханова) башлап ебәрә. Ул 1930 йылда Оло Ҡыҙылбай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, йәш ҡыҙҙы Ҡорғат мәктәбенә эшкә тәғәйенләйҙәр. Унда ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Барый Фәтиховҡа тормошҡа сыға. Бергәләп биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләп, белем биргәне өсөн Йәмилә Ғәлимйән ҡыҙы юбилей билдәһе, халыҡ мәғарифы бүлеге грамоталары менән бүләкләнә, “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ. Биш бала тәрбиәләгәне өсөн “Әсәлек миҙалы” бирелә.
Йәмилә Ғәлимйән ҡыҙының уҡытыусы һөнәренә булған һөйөүе балаларына ла күсә. Фәтиховтарҙың оло ҡыҙы – Асия Фәтихова (Саярова) 1972 йылда мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетына уҡыр-ға инә. Оҙаҡ йылдар рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
Айһылыу Барый ҡыҙы Фәтихова (Сахаева) – ғаиләлә өсөнсө бала. Мәктәптән һуң Силәбе дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. Диплом алғас, йүнәлтмә буйынса Алыҫ Көнсығышҡа китә, рус теле һәм әҙәбиәте фәненән уҡыта. Һуңынан тыуған ауылына әйләнеп ҡайтып, Ҡорғат мәктәбендә шул уҡ фәндән, шулай уҡ татар теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Айһылыу Барый ҡыҙы “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” билдәһе менән бүләкләнгән.
Рөстәм Фәтихов ғаиләлә иң кесеһе. Мәктәпте тамамлағанда уның алдында ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау тормай. Ул да уҡытыусы булырға теләй. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайт-ҡас, Күмертау педагогия училищеһының физик әҙерлек факультетын тамамлай. Хеҙмәт юлын Ҡорғат урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып башлай. Бөгөнгө көндә ул тыуған ауылында мәктәп директоры вазифаһын башҡара.
Уның ҡыҙы Ләйлә лә уҡытыусылар династияһын дауам итергә була. Әлеге ваҡытта ул Красноуфимск педагогия колледжында башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә.