Мәсетле тормошо
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ауыл биләмәһе биҙәге

“Умырзая” фольклор коллективы 2015 йылда барлыҡҡа килә. Коллективты булдырыу инициативаһы Альмира һәм Илфат Мәүликаевтар ғаиләһенән сыға.

Бөгөн уның художество етәксеһе – Гөлзинә Шакирйәнова. Ул бында яңы килһә лә, үҙен һәләтле итеп күрһәтергә өлгөрә. Театр йылына арналған район конкурсында “Алты ҡыҙға бер кейәү” спектаклендә башҡарған роле – иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле тип баһаланды.
Коллективта 37-нән алып 70 йәшкә тиклем 15 ҡатын-ҡыҙ һәм 4 ир-егет ҡатнаша. Күптәре инде хаҡлы ялда. Коллектив татар халыҡ сәнғәтен, ижадын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм байрамдарын тергеҙеү ниәтендә ойошторола.
“Умырзая” ансамбле ауыл биләмәһендә үткәрелгән һәр сарала әүҙем ҡатнаша: “Орсоҡ өмәһе”, “Балаға исем ҡушыу”, “Бал байрамы”, “Әбейемдең күңел һандығы” – коллектив тарафынан башҡарылған фольклор йолалары.
Ансамбль шулай уҡ районда үткән төрлө байрамдарҙа, концерттарҙа, күмәк мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Уларҙың ижад һандығында күп төрлө грамоталар, район мәҙәниәт бүлегенең рәхмәт хаттары: “Рәсәй берҙәмлеге менән дан ала” милли мәҙәниәттәр байрамы дипломы, Рәсәй киноһы йылына арналған киномарафонда ҡатнашҡан өсөн II дәрәжә дипломы, “Дан йырлайым һиңә, тыуған ерем!” халыҡ ижады фестивалендә III дәрәжә диплом лауреаты, “Башҡорт һөлгөһө – күңел көҙгөһө” таҫтамал байрамында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт хаты. “Йолаларҙың тере ептәре” тип исемләнгән фольклор һәм йола байрамы конкурсында ҡатнашыу коллектив өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Улар унда беренсе урын алып, тауыш көсәйткес менән бүләкләнде.
Бөгөн “Умырзая” ансамбле “Айыҡ ауыл” конкурсы нигеҙендә үткәрелгән “Йәшә һәм сәскә ат, урамым минең” байрамына әҙерлек эшен алып бара.