Бөтә яңылыҡтар

Атаһының юлын дауам итеп

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өләсәй-олатай-ҙарыбыҙҙың йөҙәр йылдар дауамында төп һөнәрҙәре булған кәсептәре онотола килә. Өйҙә һуғылған келәм, күлдәк, сигелгән таҫтамалдар, семәрле тәҙрә ҡап- ҡастары – былар барыһы ла оҫталар ҡулы йылыһын һаҡлаған әйберҙәр.

Шундай оҫталарҙың береһе – Юлай ауылында йәшәүсе Рәис Әхйәмов хаҡында булыр һүҙебеҙ. Ул оҫта мейес сығарыусы булып тирә-яҡта дан алған. Мейес сығарыу – үҙе бер ҙур оҫталыҡ, бындай һөнәр эйәләре районда бик аҙ. Был һөнәр элеккесә ҡул хеҙмәте талап итә. Әлбиттә, хәҙерге заманда яңы ысулдар, материалдар булғанда, иң мөһиме булып мейес сығарыусының оҫта ҡуллы һәм күҙ үлсәме яҡшы булыуы.
Рәис Фәтхетдин улы үҙ ғүмерендә иҫәпһеҙ һанда мейес сығарған. Юлай, Тимербай, Ҡорғат ауылдарында ситтән оҫта эҙләмәйҙәр, һәр йортта тиерлек уның ҡулы менән сығарылған мейестәр тора. Йорт хужалары ул һалған, оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән мейестәрҙән бик ҡәнәғәт. Был эшкә ул атаһынан өйрәнә. Тәүге мейесте уның ярҙамында яңы һалып ингән өйөнә сығара.
Хаҡлы ялға сыҡҡансы 30 йыл Чкалов исемендәге колхозда механизатор була, һуңынан шәхси фермерҙа эшләй. Ә аҙаҡтан, ҡурҡып тормай, яңы һөнәр үҙләштерә – тимер эшенә тотона. Яңы кәсепте башларға һәм уға ҡорамалдар эшләргә интернет ярҙам итә. Үҙ ҡулдары менән станок-ҡусҡар, тимер усағы эшләй. Был эшкә ныҡлап ылыға, хатта унан башҡа бер эште лә күҙ алдына килтермәй.
– Тимер сүкеү – ижади эш, – ти ул. – Сүкей башларҙан алда һүрәтен, биҙәктәрен нисек, ҡайҙа урынлаштырырға һәм башҡа деталдәренең ҡулланышын уйлап эш итергә кәрәк. Миңә ҡатыным Рәйлә ярҙам итә, беҙ икәүләп эскиздарын һыҙабыҙ. Һуңынан шулар буйынса эшләйем.
Рәис Әхйәмовтың эш һөҙөмтәһе – семәрләп, орнаменттар менән эшләнгән матур ҡоймалар. Үҙ йорттары ла шулай уҡ биҙәлгән. Әле генә булған тимер киҫәктәрен, күҙҙең яуын алған семәрле биҙәктәр итеп күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
Оҫта үҙенең белгәндәрен һәр теләгән кеше менән бүлешә. Был уның ябайлығы, изге күңелле кеше икәнлеге хаҡында һөйләй.