

Бәхетлеләр араһында “Рябинушка” – ваҡыт ҡуласаһында” фольклор лабораторияһы” проекты менән “Синергия” мәҙәни һәм ижади башланғыстарға булышлыҡ итеү автономлы коммерцияға ҡарамаған үҙәге лә бар. Башланғыстың авторы – Лариса Худякова.
Был проект – үткәндәргә ысын мәғәнәһендә хөрмәт билдәһе. Ул XIX быуат башында Пермь губернаһының Көңгөр өйәҙенән Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп килгән рус крәҫтиәндәренең бай мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм йәнләндереүгә йүнәлтелгән.
2026 йылда 45 йыллыҡ олпат юбилейын билдәләйәсәк “Рябинушка” рус йыры халыҡ фольклор ансамбленә айырым иғтибар бирелә. Был коллектив Мәсетле районы рустарының үҙенсәлекле фольклоры, уникаль диалекттары, боронғо йолалары һәм традицион кейемдәре тураһында ҡиммәтле мәғлүмәтте ҡәҙерләп һаҡлай. Ансамблдең юбилейына рус йорто музейы үҙгәртеп ҡороласаҡ, яңы музыка ҡоралдары һатып алынасаҡ, ә коллективта ҡатнашыусылар – ололар ҙа, йәштәр ҙә – яңы фольклор кос-тюмдары аласаҡ. Райондың йәш быуынына ата-бабаларының тарихы менән танышыу өсөн яңыртылған музейға экскурсиялар ойоштороласаҡ.
“Рябинушка” – ваҡыт ҡуласаһында” юбилей фестивале проекттың төп ваҡиғаһы булыр тип көтөлә. Унда Башҡортостандың иң яҡшы рус фольклор коллективтарын йыйыу планлаштырыла. Мәҙәниәтте иң төпкөл ауылдарға алып барып еткереү өсөн “Рябинушка” ансамбле Мәсетле һәм Дыуан райондары клубтарында күсмә концерттар ҡуйырға ла йыйына.
“Рябинушка” – ваҡыт ҡуласаһында” фольклор лабораторияһы” проектына ниәттәренең уңышлы тормошҡа ашыуын һәм сағыу сығыштар теләйбеҙ.