Мәҙәниәт
22 Апреля , 09:15

Оҫталарҙы йыйҙы “Ҡомартҡы”

Яңы Мишәр мәҙәниәт йортонда “Милли биҙәк – Национальные узоры” район фольклор фестивале уҙҙы.

Оҫталарҙы йыйҙы “Ҡомартҡы”Оҫталарҙы йыйҙы “Ҡомартҡы”
Оҫталарҙы йыйҙы “Ҡомартҡы”

Был сағыу ваҡиға Президент мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған “Ҡомартҡы – Наследие” ҡул эштәре клубы” проектының кульминацияһына әйләнде. Проекттың авторы – “Синергия” мәҙәни һәм ижади башланғыстарға ярҙам итеү үҙәге директоры Лариса Худякова.
Финанс ярҙам менән “Ҡомартҡы – Наследие” клубында ремонт яһалды, ҡорамалдар һатып алынды һәм тамбур менән сигеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы. Унда оҫталар район халҡын ҡайыу серҙәренә өйрәтте һәм башҡорт таҫтамалдарын эшләне.
Фестиваль райондың биш ауыл биләмәһенән ҡул эштәре оҫталарын йыйҙы. Һәр оҫта конкурс-күргәҙмәгә үҙенең тамбур менән сигелгән үҙенсәлекле әйберҙәрен тәҡдим итте. Мәҙәниәт йорто фойеһы ысын сәнғәт галереяһына әүерелде. Оҫталарҙың сағыу биҙәкле ҡул эштәре тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. Һәр биҙәк, һәр еп халыҡ тарихын һөйләй, тамырҙар тураһында хәтерҙе һаҡлай һәм үткән менән хәҙерге араһында тере бәйләнеш булып хеҙмәт итә.
Проект сиктәрендә “Мәсетле районының матди булмаған мәҙәни мираҫы өлөшө булараҡ башҡорттарҙың тамбурлы сигеүе” темаһына ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы. Унда проектта ҡатнашыусылар, шулай уҡ ауыл клубтары белгестәре, ижади коллективтар етәкселәре, район хакимиәте һәм мәҙәниәт бүлеге вәкилдәре ҡатнашты. Шулай уҡ Мәсетле районынан һәм Башҡортостан Республикаһынан фольклор һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса алдынғы эксперттар булды. Халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын үҫтереү һәм һаҡлауға ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Розалия Солтангәрәева Башҡортостанда тамбур менән сигеүҙең хәҙерге торошо һәм тергеҙелеү перспективалары тураһында доклад менән сығыш яһаны.
Мәсетле районы халҡының был кәсебе тарихын район Мәҙәниәт һарайы фольклорсыһы Рәсимә Әхмәтйәнова тәҡдим итте. Халыҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте коллективтары етәкселәре Эльвира Латипова һәм Гөлфирә Хәлилова үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Яңы Мишәр ауылында тамбурлы сигеүгә арналған ғилми тикшеренеүҙәрен тәҡдим иткән “Беренселәр хәрәкәте” ағзаһы Аделина Ғүмәрованың сығышы айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең төп методисы Кәримә Кайдалова ошондай объекттарҙы һаҡлап ҡалыу һәм популярлаштырыу кәрәклеге хаҡында һөйләне.
Ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусыларға һәм партнерҙарға рәхмәт хаттары тапшырылды.
Фестиваль барышында конкурс эштәрен яҡлауға ҙур иғтибар бүленде. Һәр ҡатнашыусы үҙе ҡайыған таҫтамалдағы биҙәктәрҙең әһәмиәте тураһында һөйләне. Конкурс эштәрен фольклорсы, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Розалия Солтангәрәева, Республика халыҡ ижады үҙәгенең матди булмаған этномәҙәни мираҫ бүлеге эксперты Кәримә Кайдалова һәм “Ҡабырсаҡ” халыҡ башҡорт ансамбле етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Әхмәтйәнованан торған абруйлы жюри баһаланы.
Конкурс күргәҙмәһе йомғаҡтары буйынса Гран-при Аҙанғол ауылынан Гөлфиә Ниғәмәтуллинаға бирелде. Нағышлау оҫтаһына “Латип” позывнойлы МХО яугирынан ҡиммәтле приз тапшырылды – тегеү машинаһы артабанғы ижад өсөн бик тә кәрәкле.
I дәрәжә диплом менән Гүзәлиә Мостафина (Тайыш), Рәмилә Әхкәмова (Йонос), Ратифа Ғарипова (Яңы Мишәр), Раушания Иштуғанова (Йыланыш), “Үрнәк” халыҡ биҙәү-ҡулланма ижады коллективы (Яуыш, етәксеһе – Гөлфирә Хәлилова) билдәләнде.
Икенсе урын Фәнүзә Исламоваға (Дыуан-Мәсетле), Земфира Сәйфуллинаға (Ғүмәр), Илгизә Рәхмәтуллинаға (Яңы Яуыш), Зифа Сәлмәноваға (Йонос), Сәриә Исхаҡоваға (Һөләймән) бирелде.
Өсөнсө урынды Розалия Лоҡманова (Ләмәҙтамаҡ), Альбина Әҡбәрова (Һөләймән), Дамира Фәхрисламова (Туҡбай), Лена Ғәлимова (Яңы Мишәр), Сажиҙә Ханова (Яңы Мишәр) яуланы.
“Ҡомартҡы” клубы етәксеһе Эльвира Латипова Тайыш ауылынан Гүзәлиә Мос-тафинаға махсус бүләк итеп тегеү машинаһын тапшырҙы.
Луиза ЗАКИРОВА.

Оҫталарҙы йыйҙы “Ҡомартҡы”
Оҫталарҙы йыйҙы “Ҡомартҡы”
Оҫталарҙы йыйҙы “Ҡомартҡы”
Оҫталарҙы йыйҙы “Ҡомартҡы”
Оҫталарҙы йыйҙы “Ҡомартҡы”
Автор: